Быйыл ул 17-се тапҡыр ойошторла һәм 25 – 27 сентябрҙә үтәсәк. Еңеүселәрҙе тәбрикләү һәм гала-концерт ҡаланың үҙәк майҙарында була. Тәүге конкурс 1996 йылда Сибай ҡалаһы хакимиәте инициативаһы менән үткәйне. Быйыл уны Мәҙәниәт министрлығы ҡала хакимиәте һәм Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторола.
Конкурсанттар өс йәш категорияһында (10 йәшкә тиклем, 11 – 16 һәм 16 – 35 йәшлектәр) билдәләнә. Профессионалдар рәтенә вокал белеме булғандар, махсус уҡыу йорто студенттары һәм концерт берекмәләрендә эшләүселәр инә. Уларҙың сығышы айырым баһалана. Конкурсанттар мотлаҡ рәүештә ике халыҡ йырын башҡарырға тейеш.