Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Июль , 15:05

Башҡортостан өсөн әһәмиәте иҫ киткес!

Радий Хәбиров Башҡортостанда асылған Дүртөйлө – Әчит участкаһының әһәмиәтен аңлатты.    

Башҡортостан өсөн әһәмиәте иҫ киткес!
Башҡортостан өсөн әһәмиәте иҫ киткес!

 Башҡортостанда М-12 “Көнсығыш” федераль автомобиль юлының 275 километр оҙонлоғондағы Дүртөйлө – Әчит участкаһында хәрәкәт башланды. Уны илебеҙ Президенты Владимир Путин асты, тантанала Радий Хәбиров ҡатнашты. Республиканың юл тармағындағы был ваҡиға күптән көтөлгән һәм төбәккә күп өҫтөнлөктәр бирә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

"Бөгөн үҙенсәлекле көн. Республика үҙенең биләмәһендә бик шәп, беренсе класлы, дүрт һыҙатлы, яҡтыртылған 205 километрлыҡ трасса алды. Ул көнсығыш менән көнбайышты тоташтырыусы тағы ла ҙурыраҡ трассаның бер өлөшө булып тора. Был кешеләрҙең дә, йөктәрҙең дә төп ағымы, һәм, дөйөм алғанда, төбәктәрҙе тоташтыра. Президент был юлды 2021 йылда төҙөргә ҡушты. Барыбыҙҙың да шиктәре бар ине. Беренсенән, хатта 2021 йылда ла уның ҡайҙа үтәсәген аныҡ ҡына аңламаныҡ. Шул уҡ ваҡытта быға тиклем проектҡа тиклемге ҡарарҙар булған. Беҙ, әлбиттә, трассаның республика буйлап үтеүен теләнек, сөнки ул автомобилистар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, башҡа ҡалаларға барып етеү ваҡыты бер ярым тапҡырға тиерлек ҡыҫҡара. Был трасса ниндәйҙер мәғәнәлә ныҡ тығыҙланған беҙҙең М-5 трассаһына параллель. Хәҙер пассажирҙар ағымының бер өлөшө, йөк ағымы ошо участка аша үтәсәк. Бында билдәле бер интеллектуаль, логистик ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, улар өҫтөндә федераль агентлыҡ менән эшләйәсәкбеҙ. Һәм, әлбиттә, 205 километрлыҡ юл дүрт ауыл районы аша үтә. Теләһә ниндәй юл да – уларҙың иҡтисады үҫешенең драйверыУл идара итеүсе төбәк һәм муниципаль командаларға бәйле буласаҡШуға күрә, эмоциональ составтан тыш, бында, әлбиттә, иң ҙуры һәм иң мөһиме — иҡтисади файҙа", – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Башҡортостан өсөн әһәмиәте иҫ киткес!
Башҡортостан өсөн әһәмиәте иҫ киткес!
Башҡортостан өсөн әһәмиәте иҫ киткес!
Башҡортостан өсөн әһәмиәте иҫ киткес!
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: