Борайҙа күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр байтаҡ. Уларҙың барыһы ла дәүләт ярҙамынан файҙалана. Борай районындағы “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Светлана Хәмәтйәрова әйтеүенсә, 2024 йылдың 1 ғинуарына бындай ғаиләләрҙең һаны 332-гә еткән. Уларҙа 1078 бала тәрбиәләнә. Күп балалы әсәләр һәм өлгөлө ғаиләләр өсөн дәүләт наградалары ҡаралған.
“2024 йылды ил Президенты Ғаилә йылы итеп иғлан итте. Был ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙың, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауҙың беҙҙең ҡағылһығыҙ өҫтөнлөктәр икәнен яңынан раҫлай”, –тип билдәләгәйне Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәт итеп.
Һуңғы ун йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә етте. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәйҙә – етенсе урында.
Венера һәм Илгиз Арыҫлановтар – райондағы күп балалы ғаиләләрҙең береһе. Улар өс бала тәрбиәләй. Үҙҙәре лә ишле ғаиләлә үҫкән. Шуға күрә улар өсөн оло татыу ғаилә бәхет кенә. Илгиз Рәфил улының әсәһе лә биш бала тәрбиәләп, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.
Арыҫлановтар ғаиләһе күп кенә дәүләт ярҙам сараларынан файҙаланған. Әсәлек капиталы аҡсаһына ҙур, күркәм йорт һалып сыҡҡандар, өсөнсө бала тыуғас, бушлай ер участкаһы алғандар. Балалары мәктәптә бушлай туҡлана, шулай уҡ башҡа льготаларҙан файҙаланалар.
”Күп бала тәрбиәләү – ҙур бәхет ул. Ныҡлы, берҙәм ғаиләлә йылылыҡ, тыныслыҡ хөкөм итә. Бер-береңде хөрмәт итеп, аңлашып йәшәүгә ни етә!” - ти йәштәр.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-07-20/balalar-y-k-p-bulyuy-shatly-yna-3855418?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500