Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Март , 15:07

Розана менән ғорурланабыҙ

Профессиональ спортты үҙ иткән, йәштәргә һәм балаларға үрнәк булып торған Розана Кашапованы республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Ул үҙенең ҡаҙаныштары менән Башҡортостаныбыҙҙы данға күмеүсе һәләтле йәштәребеҙҙең береһе.

Розана менән ғорурланабыҙ
Розана менән ғорурланабыҙ

Бөгөн ул Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалы колледжының физик культура һәм спорт уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта юғары уҡыу йортоноң “Тренерлыҡ эшмәкәрлеге” йүнәлеше буйынса 1-се курста белем ала.
Розана Балтас районы Балтас ауылында тыуып үҫә. Мәктәптә уҡығанда уҡ спорт менән шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, ҙур спортҡа булған ынтылышы уны Бөрө ҡалаһының Өфө фән һәм технологиялар университеты колледжына уҡырға алып килә.
Розананың мәктәптәге тәүге тренеры — Ильяс Әхнәф улы Шәймөхәмәтов. Тап ул маҡсатсан ҡыҙҙы гер спортына алып килә. Артабан көс һәм таһыллыҡты өлкән уҡытыусы Радамир Миңлеғәли улы Минибаев етәкселегендә үҙләштерә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Университет ғорурлығы булған йәш спортсының уңыштарын һанап сығыу мөмкин дә түгел. Розана Фирғәт ҡыҙы – спорт мастеры. Был ҡаҙаныштарға ирешеүендә тренерҙарына ҙур рәхмәтле. Бөгөн ул үҙе студенттарға спорт серҙәрен өйрәтә, колледжда физкультура дәрестәрен алып бара. Шуға күрә ҡыҙҙың киләсәк быуынға әйтер һүҙе лә бар: “Спортты яратығыҙ, яңы үрҙәр яулағыҙ, рекордтар ҡуйығыҙ һәм шуны иҫтә тотоғоҙ: спорт — үҙеңде еңеп сығыу, ә үҙеңде еңгәндән һуң, еңеүгә өлгәшерһең!”
Розана, һиңә киләсәк тормошоңда уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!


Аделина Шәмсиева.

Автор:
Читайте нас: