Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
21 Ғинуар , 12:00

Асҡын ғаиләләре «Бар ғаилә менән» проектында әүҙем ҡатнаша

#всейсемьей#Галиевы#Аскинскийрайон

Асҡын ғаиләләре «Бар ғаилә менән» проектында әүҙем ҡатнаша
Асҡын ғаиләләре «Бар ғаилә менән» проектында әүҙем ҡатнаша

Асҡын ғаиләләре «Бар ғаилә менән» Бөтә Рәсәй проектында әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә Асҡын ауылында йәшәүсе  Ғәлиевтар ғаиләһе  һоҡландыра. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә улар күмәкләп ял иткән фотоһүрәттәре менән бүлешә һәм ғаилә традициялары менән таныштыра.

«Бар ғаилә менән» проекты Ғаилә йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ҡатнашыусы ғаиләләргә аҙнаһына бер тапҡыр ҡатмарлы булмаған төрлө эштәр башҡарырға тәҡдим ителә (мәҫәлән, бергәләп киске аш әҙерләргә, музейға барырға, спорт менән шөғөлләнергә).
Проектта ҡатнашыу өсөн

— проекттың төркөмөнә яҙылырға;

—  һылтанма буйынса проектта теркәлергә;

— эште башҡарырға һәм фотоны #всейсемьей #всейсемьей02 хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.

Иң әүҙем ғаиләләр өсөн ойоштороусылар Рәсәй буйлап 100 сәйәхәт әҙерләгән.

Читайте нас: