Борайҙар махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә даими ярҙам оҙатып тора. Муниципаль ҡаҙна, эшҡыуарҙарҙың финанс ярҙамы, халыҡтың көсө менән райондан 12 гуманитар ылау оҙатылған. Яугир яҡташтарына ете автомашина, ялан мунсаһы, күсмә электр станцияһы, бензобысҡы, рациялар, генераторҙар, мобиль телефондар, тепловизорҙар, йылытыу ҡорамалдары, автомобиль өсөн запас частар, төҙөлөш материалдары, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәргәндәр.
Махсус хәрби операциялағы егеттәрҙең ғаиләләре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Муниципаль ҡаҙна һәм эшҡыуарҙарҙың финанс ярҙамы менән 76 ғаиләгә утын, 99 ғаиләгә иген, 28 ғаиләгә бесән килтерелгән. Хужалыҡ-көнкүреш мәсьәләрен хәл итеүҙә лә ярҙам ҡулы һуҙалар: ҡойма эшләү, ҡарҙан ихатаны таҙартыу, йортто ремонтлау, электр ҡорамалдарын алмаштырыу, һыу скважинаһын быраулау, йортҡа газ үткәреү кеүек эштәрҙә лә булышлыҡ иткәндәр.
Үткән йыл һабантуйҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәһе, ҡатындары, балалары өсөн хәрби-патриотик павильон ҡорғандар. Унда 300-ләп кеше өсөн сәй табыны ойошторолған, аралашып һөйләшеп күңел ялы алғандар.
Был аҙнала Борайға командировка ваҡытында район мәҙәниәт йорто бинаһында ойошторолған маскировка селтәре үреү эшен үҙебеҙ ҙә күреп сыҡтыҡ. Байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙ йыйылғайны. Маскировка селтәрҙәрен үреүҙе ойоштороусы Филзинә Сәхибгәрәева әйтеүенсә, был эш декабрҙә башланған һәм шул ваҡыт эсендә 14 селтәр үргәндәр, бер тиҫтәһен махсус хәрби операция биләмәһенә ебәргәндәр. Үреү өсөн ике станок ҡороп ултыртҡандар. Таҫмалар киҫеү өсөн дә махсус станок көйләгәндәр. 3х6 метр ҙурлығындағы бер селтәрҙе, ғәҙәттә, ике көн эсендә бәйләйҙәр.
–Иртәнән алып киске туғыҙҙарға тиклем эште өс сменала ойошторҙоҡ. Хатта 40 градуслы һалҡындарҙа ла бынан кеше өҙөлмәне. “Бер генә егеттең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итһәк тә, файҙа, – тине уңған апайҙар.
Күбеһе хаҡлы ялда булһа ла, шул ваҡытта эшләп йөрөгәндәр араһында ла өлгөрҙәр бар. Мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, китапхана, балалар ижады йортонда хеҙмәт итә улар. Хаҡлы ялдағылар араһында төрлө һөнәр эйәләрен тап иттек. Уларҙың барыһын да изге маҡсат берләштерә.
Апайҙарҙың үҙҙәре менән дә һөйләшеп алыу форсаты тейҙе. Нурия Зиннурова декабрь айынан эштең бер көнгә лә туҡталмауын белдерҙе:
–Ҡаты һалҡындарҙа ла килдек. Ундағы егеттәргә нисек ауыр икәнлеген аңлайбыҙ һәм ярҙам күрһәткебеҙ килә. Эшләп бөтөп, селтәрҙе төргән саҡта яугирҙәрҙең иҫән-имен ҡайтыуын теләп, доғалар уҡыйбыҙ, – тине ул.
Венера Тимерғәлиева ла күптән бында килә.
–Үҙем – Борай килене. 43 йыл ошо яҡтарҙа йәшәйем. Декабрҙән маскировка селтәрен үрергә йөрөйөм. Ғөмүмән, ваҡытыбыҙҙы һәр саҡ файҙалы итеп үткәрергә тырышабыҙ. Әхирәттәр менән физкультура-һауыҡтырыу комплексына волейбол секцияһына ла йөрөйбөҙ, көн матур булғанда саңғы менән дә сығабыҙ. Өйҙәге эштәргә лә өлгөрәбеҙ. Тормош иптәшем дә маскировка селтәрен үрергә барырға уйлауымды хупланы. Беҙ бит ата-әсәйҙәр. Ундағы егеттәргә нисек ҡыйын икәнлеген дә йөрәгебеҙ менән тоябыҙ, – тине ул.
Дүсмәт ауылынан Айгөл Низамова ла бер көн ҡалдырмай селтәр үреүгә килә. Был турала ул танышынан ишетеп ҡалған.
Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа. Борайҙарҙың өлгөһөндә лә был асыҡ сағыла.
Автор фотоһы.