Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Сентябрь 2023, 10:26

Йәшлек — изге эштәр башҡарыу мәле

Тулыраҡ: 

Йәшлек — изге эштәр башҡарыу мәле
Йәшлек — изге эштәр башҡарыу мәле

Район ирекмәндәре эшмәкәрлеге “Йәштәр йыйыны-2023” форумында юғары баһа алды

Күптән түгел Бөрйән районында палаталар лагеры форматында Иҙел буйы федераль округының “Йәштәр йыйыны-2023” IV Йәштәр граждандар форумы үтте. Унда 18-35 йәшлек 1000-дән ашыу йәш кеше ҡатнашты. Улар — Иҙел буйы федераль округы төбәктәренән килгән егет-ҡыҙҙар, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазанда уҡыған Башҡортостан студенттары, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте ойошмалары һәм учреждениелары вәкилдәре. Мишкә йәштәре лә сарала район данын арттырып ҡайтты.
Быйыл бындай форум дүртенсе тапҡыр үтте. Сарала йәштәр бер юлы бер нисә платформала эшләне. Улар – “Мәктәптә үҙидара” (Башҡортостан Республикаһында ”Беренселәр хәрәкәте” бүлексәһе вәкилдәре өсөн), “Студенттар үҙидараһы. Юғары уҡыу йорто” (студенттарҙың үҙидараһы үҫеше өсөн яуаплыларға, студенттар үҙидараһы органдары вәкилдәре өсөн)”, “Студенттар үҙидараһы. Урта һөнәри белем биреү” (студент ойошмалары лидерҙары, студенттар үҙидараһы органы вәкилдәре өсөн), “Медиатрендтар” (медиасфера вәкилдәре, студенттарҙың медиа һәм йәштәр ойошмалары өсөн) , “Ауыл йәштәре” (ауыл сәнәғәте комплексының йәш вәкилдәре, ауыл йәштәре өсөн), “Йәштәр сәйәсәте кадрҙары” (йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары етәкселәре һәм белгестәре, йәштәр ойошмалары лидерҙары өсөн), “Атайсал” (ситтә уҡыған Башҡортостан йәштәре өсөн), I Республика студенттарҙың туристик слеты, эшләп йөрөгән йәштәрҙең республика ижади фестивале.
Ауыл йәштәренә арналған майҙансыҡта ауыл еренә ҡағылышлы төрлө проблемалар тикшерелде. Атап әйткәндә, ҡатнашыусыларға бөгөнгә үҙҙәренең тораҡ пунктын күҙ алдына килтереүе һәм 5-10 йылдан уның ниндәй буласағы хаҡында һөйләргә тәҡдим ителде. Фекер алышыу барышында ҡатнашыусылар йәштәргә ауылға күсеп китеүҙең төп сәбәптәрен атаны. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ҡаланан күсенеү теләге насар үҫешкән инфраструктураға бәйле. Ләкин шул уҡ ваҡытта ауыл экология, шәхси торлаҡ һәм ярҙамсы хужалыҡ менән ылыҡтыра. Майҙансыҡта, хәҙер илдә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм ауыл хужалығы өлкәһендә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн бик күп программалар тормошҡа ашырыла, тип билдәләнеләр.
Өс көн дауамында республика йәштәре ораторлыҡ оҫталығына ғына өйрәнеп ҡалманы, социаль селтәрҙәр өсөн сифатлы контент булдырырға, иң яҡшы спикерҙарҙан белем алырға ла өлгөрҙө, Башҡортостандың билдәле алып барыусылары һәм блогерҙарҙың лекцияларын да тыңланы.
Был мәртәбәле сарала Мишкә районы делегацияһы ла әүҙем ҡатнашты. Ольга Биктубаева етәкселегендә йәштәр башҡа йүнәлештәр менән бер рәттән ирекмәнлек эшен дә әүҙем алып бара. Был форумда юғары баһаланды. Йәштәр кураторы Ольга Петровна Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан ирекмәндәрҙең юғары наградаһын — “Башҡортостан Республикаһының ирекмәне” Почет билдәһен алды.
— Ирекмән булыу, кешеләргә ярҙам итеү, изгелек ҡылыу — минең тормошомда иң мөһим принциптарҙың береһе, — тине Ольга Биктубаева. — Ирекмәнлек менән мин күптәндән, ә рәсми рәүештә 2008 йылдан шөғөлләнәм. Был кешеләрҙең, шул иҫәптән үҙеңдең дә тормошоңдо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге. Ошо йылдар эсендә күп изге эштәр башҡарылды, байтаҡ проекттар тормошҡа ашырылды, ирекмәндәр рәтенә тиҫтәләгән, хатта йөҙләгән бала йәлеп ителде. Ковид-19, махсус хәрби операция — илдәге был ваҡиғалар ирекмәнлек эшен яңы дәрәжәгә күтәрҙе. Бөгөн ышаныс менән әйтә алам — мин Ирекмән һәм бының менән ғорурланам! Остаздарыма, кураторҙарға, ирекмәндәргә берҙәм эш өсөн рәхмәтемде еткерәм.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Йәшлек — изге эштәр башҡарыу мәле
Йәшлек — изге эштәр башҡарыу мәле
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: