Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Август 2023, 10:55

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Рухлы, әүҙем, илһөйәр, телһөйәр  замандашыбыҙ башҡорт йәмәғәтселегенең иң юғары наградаһы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде. 

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!


Балтас район Мәҙәниәт һарайында педагогтарҙың август киңәшмәһе һәм район ойошоуының 93 йыллығы уңайыннан ҙур сара үтте.

Сарала районда башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн « Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Мөкимова Гөлсирә Хөрмәт ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттарының юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде.
Хөрмәтле Гөлсирә Хөрмәтулла ҡыҙы, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм артабан да  уңыштар теләйбеҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

 

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: