Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Июль 2023, 10:00

Әүҙем, маҡсатсан, ижади ҡарашлы

Район мәктәптәрен тамамлаған уҡыусылар араһында аҡыллы, һәләтле, тәүәккәл һәм әүҙем тормош позицияһы менән айырылып торған йәштәребеҙ бик күп. Шуларҙың береһе — Тушҡыр ауылы егете Илнур Хәсәнйәнов.

Әүҙем, маҡсатсан, ижади ҡарашлы
Әүҙем, маҡсатсан, ижади ҡарашлы

2018 йылда Штәнде урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, Илнур алдында бер нисә юғары уҡыу йортоноң ишектәре асыла. Ул Өфө юридик институтын һайлай.
Тырыш егет был уҡыу йортона өҫтөнлөк биреүенә бер ҙә үкенмәй. Бирелә уҡыуы оҡшай уға. Хәҙер инде ул — 5-се курсты тамамлап, диплом яҡларға әҙерләнгән студент. Илнур мәктәп йылдарында тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, төрлө кимәлдә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Ә һуңынан юғары уҡыу йортонда ла әүҙемлеген ташламай.
Илнур Хәсәнйәнов — аҡыллы, әүҙем, маҡсатсан, инициативалы һәм ижади ҡарашлы студент. Институттың йәмәғәт тормошонда "ҡайнап", Сочи, Түбән Новгород, Һамар кеүек илебеҙҙең ҙур ҡалаларында булырға тура килә уға. Әлеге мәлдә лә, диплом яҡлар алдынан, ул Киров өлкәһендә үткән КВН уйындарында уҡыу йорто командаһы составында еңеү яулай.
Быйыл Илнур Өфө районының Эске эштәр бүлегендә практика үтә. Һәләтле студентты унда ла етәкселек яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай.
Күптән түгел Илнур уҡып йөрөгән уҡыу йортонан ата-әсәһенә Рәхмәт хаты килде. Был хат уның төрлө яҡлап тырыш студент икәнен дәлилләй. Ата-әсәһе өсөн бик ҙур ҡыуаныс булды был.
— Хәҙерге ваҡытта төп маҡсат — имтихандарҙы уңышлы тапшырып, диплом яҡлау. Форсаттан файҙаланып, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы тиҫтерҙәремә уңыштар теләйем. Ә алда — яратып һайлаған һөнәрем буйынса хеҙмәт юлын башлау һәм тормошта үҙ юлымды табыу, — ти йәш белгес.
Илнурҙың барлыҡ хыялдары һәм ҡыйыу пландары тормошҡа ашһын. Студент йылдары онотолмаҫлыҡ сағыу мәл булып хәтерендә ҡалһын.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Әүҙем, маҡсатсан, ижади ҡарашлы
Әүҙем, маҡсатсан, ижади ҡарашлы
Әүҙем, маҡсатсан, ижади ҡарашлы
Әүҙем, маҡсатсан, ижади ҡарашлы
Автор:
Читайте нас: