Республика Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, Рәсәй һәм Башҡортостан наградаларын тапшырҙы. “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының табип-дерматовенерологы Фаил Хөрмәт улы Аллабирҙин да бар.
Ҡариҙел районында Фаил Аллабирҙинды белмәгән кеше юҡтыр, ул бар яҙмышын, 40 йылдан ашыу ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған. Сығышы менән Йылайыр районы Сәлим ауылы уҙаманы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
Тыуған совхозында хеҙмәт юлын башлап, Фаил Хөрмәт улы, әрме сафтарында хәрби бурысын үтәп ҡайта. Водитель булып тыуған ауылында эшен дауам итә. Руль артында бик оҙаҡ йөрөмәй, 1978 йылда Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Дәүләт имтихандарын тапшырып йөрөгәндә Ҡариҙел ҡыҙы, буласаҡ шәфҡәт туташы Гүзәлиә Фазылйән ҡыҙын осрата. Бер аҙҙан йәштәр ғаилә ҡора. Фаил Хөрмәт улына Ҡариҙел районының үҙәк дауаханаһына эшкә ебәрелеүе тураһында юллама тапшыралар. Шулай итеп, ул хеҙмәт юлын Ҡариҙел районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләй.
Йәш ғаилә башлығы Башҡорт дәүләт медицина институтын да тамамлай. Етәкселек яуаплы, тырыш белгесте терапия табибы итеп ҡуя. Тәжрибә тупланғас, Фаил Хөрмәт улына поликлиника мөдире вазифаһын да ышанып тапшыралар. Махсус уҡыуҙарҙа булғандан һуң, табип-дерматовенеролог булып эшләй башлай. Бына нисә йылдар инде был һөнәренә тоғро ҡалып, райондаштары мәнфәғәтенә тырышып эшләй ул. Күрше бүлмәлә генә тиерлек терапия бүлегенең участка шәфҡәт туташы булып эшләгән тормош иптәше Гүзәлиә Фазылйән ҡыҙы уға һәр саҡ дәрт-дарман биреп тора. Аҡ халатлылар шулай бер-береһенә эштә лә, тормошта ла терәк булып, матур итеп үҙ донъяларын булдыра. Һәр яҡтан да өлгөлө ғаилә мөхәббәт емештәре — улдары Алмаз һәм ҡыҙҙары Ләйсәндең үҫеп буй еткергәнен дә аңғармай ҡала... Аҡ халаттарына тап төшөрмәй, күңел паклығын өҫтәп, бергә-бергә 40 йылдан ашыу ғүмер кисерә Аллабирҙиндар.
Оҙаҡ йылдар пациенттары сәләмәтлеге һағында тороусы Фаил Хөрмәт улы "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы" исемен дә лайыҡлы йөрөтә. “Хеҙмәт батырлығы өсөн” көмөш миҙалына уның намыҫлы хеҙмәте, хеҙмәттәштәренең хөрмәте, пациенттарының ихтирамы ла һалынған.
Яҡташыбыҙҙы юғары награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, Фаил Хөрмәт улы “Йәнтөйәк” гәзитенең дә тоғро дуҫы: бер нисә йыл дауамында баҫмабыҙҙы ихлас алдыра, яратып уҡый.
Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.