Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Июнь 2023, 10:00

Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!

Районыбыҙ уҡыусылары тормошта ниндәй уңыштарға ирешергә теләүҙәрен яҡшы белә һәм ҡуйылған маҡсаттарына ныҡлы аҙымдар менән бара.

Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!
Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!

Әле улар уҡытыусыларын, туғандарын, ата-әсәләрен төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән һөйөндөрә, ә иртәгә инде, һис шикһеҙ, юғары уҡыу йорттарына инәсәк һәм үҙҙәре һайлаған һөнәрҙә уңыштарға ирешәсәк. Шундай маҡсатсан уҡыусыларҙың береһе — Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбен тамамлаусы Әлиә Әхкәмова.
Әлиәнең холҡонда төп һыҙат — хыялға ынтылыш. Хыялһыҙ кеше ҡанатһыҙ ҡош кеүек, тип юҡҡа әйтмәгән ололар. Хыял кешене йәшәтә лә, йәшәртә лә, көс-дәрт бирә, киләсәктә ғорур атларға өмөт уята. Үҙең һау-сәләмәт, ҡуйылған маҡсаттарың булһа, барыһын да ысынға ашырырға мөмкин. Мәҡәләм геройы нәҡ шундайҙарҙан.
Әлиә Әхкәмова — уҡыу алдынғыһы, ГТО-ның алтын билдәһенә, йөҙөү буйынса 3-сө өлкәндәр разрядына эйә, республика ярыштарында, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа, спортта күп тапҡыр еңеү яулаған ҡыҙ. “Ҙур үҙгәреш” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Унда ике тапҡыр ярым финалға сыға, башҡа төбәктәрҙән йыйылған тиҫтерҙәре менән дуҫлаша, аралаша.
Әлиә шулай уҡ эссе яҙырға ярата. “Минең ерем һанлы проекцияла” Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурсында еңеүсе булыуы быны иҫбатлай. Әлеге конкурстың эксперт комиссияһы илебеҙҙең ете төбәгенән 108 тикшеренеү эшен баһаланы. Әлиә Әхкәмова жюри иғтибарына эссе формаһында “Хәҙерге заман уҡыусыһы өсөн мөмкинлектәр пирамидаһы” тип исемләнгән эшен тәҡдим итеп, 1-се урынға лайыҡ булды.
Артек — Әлиәнең 2022 йылда тормошҡа ашҡан тағын бер бала саҡ хыялы. Әлеге лагерь уның күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Яңы дуҫтар менән таныша. Хатта “Артектың ҡышҡы әкиәттәре” китабында ул яҙған ике әкиәт баҫылған.
— Лагерҙа яңы дуҫтар таптым. Улар менән әле лә Интернет селтәре аша аралашабыҙ, телефондан һөйләшәбеҙ. Ҡырымдың үҙенсәлекле һәм бай тәбиғәте әле лә күҙ алдымда тора, — тип йылы хистәр менән иҫкә ала ул Артекты.
Әлиә Әхкәмова бар яҡлап та һәләтле ҡыҙ, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Хәҙер инде уның алдында сираттағы хыялдар — Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырырға, күңеленә яҡын һөнәр һайларға һәм кешеләр өсөн кәрәкле белгес булырға. Барлыҡ хыялдарың да ысынға ашып, шулай һәр ваҡыт ҡыуанып, һөйөнөп йәшәргә, туғандарыңа, яҡындарыңа үрнәк һәм таяныс булырға яҙһын, Әлиә!

Фирғәт Нәбиуллин.

Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!
Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!
Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!
Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!
Хыялдарың ысынға ашһын, Әлиә!
Автор:
Читайте нас: