Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Июнь 2023, 09:59

Афарин, Азалия!

Рәсүл Ғамзатовтың 100 йыллығы уңайынан Халыҡтар ассамблеяһы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто Дағстан милли мәҙәниәтенең республика ижтимағи ойошмаһы менән берлектә “Рәсүл Ғамзатов тураһында һүҙ” тип аталған әҙәби бәйге үткәрҙе.

Афарин, Азалия!
Афарин, Азалия!

Был бәйгенән балтастар ҙа ситтә ҡалманы. Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Азалия Хәсәнова (етәксеһе Гөлназ Фазлыева) әлеге конкурста лайыҡлы ҡатнашып, милли әҙәбиәтте популярлаштырған һәм милләт-ара дуҫлыҡты, татыулыҡты пропагандалаған өсөн Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Азалия Хәсәнованы һәм уның етәксеһе Гөлназ Дарвин ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм алда ла ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

Афарин, Азалия!
Афарин, Азалия!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: