Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Июнь 2023, 09:15

Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ

Тулыраҡ:

Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ
Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ

Уҡыу алдынғыһы, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәүсе, фән олимпиадаларында, төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаусы, спортта һәм мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешеүсе Нейля Мәхмүтова — Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең ғорурлығы. Талантлы, тырыш ҡыҙ быйыл 10-сы класты тамамланы.
Мәктәп олимпиадаларында, халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яулағаны өсөн грамота, дипломдары бик күп уның. Апрель аҙағында ғына Мәскәүҙә үткән В.И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй йәш үҫмер уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре конкурсында еңеү яулай. Конкурс нәтижәләре буйынса Нейля Мәхмүтова «Яҡташтарыбыҙ — Афған һуғышы ҡатнашыусылары, уларҙың ил тарихында яҙмышы» тип аталған тикшеренеү эше өсөн I дәрәжә Дипломға, «Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың һуғышсан юлын тикшереү өсөн», «Уҡыусылар комиссияһы фекере буйынса иң яҡшы эш», «Ауыл мәктәбе тәҡдим иткән иң яҡшы эш», «Фәнни дискуссияла әүҙем ҡатнашыусы», «Милләт-ара диалогты үҫтергән өсөн» грамоталарына, «Тыуған яҡ образы» номинацияһында сәнғәт ижады фестивале еңеүсеһе дипломына һәм «Экоэрудит» компьютер технологиялары ҡатнашыусыһы сертификатына лайыҡ була.

Әле тағы бер еңеү! Был юлы — «Различия в единстве» тип аталған эссе конкурсында (Мәскәү). Уның нәтижәләре буйынса Нейля Мәхмүтова исеме дәүләт «Рәсәй таланттары.р.ф. һәләтле балалар тураһындағы ресурс»ҡа индерелә. Был, үҙ сиратында, юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирә.
Шуныһын ла билдәләп үтергә кәрәк, уҡыуҙан тыш, Нейля эстетик гимнастика буйынса тренер ярҙамсыһы ла. Үҙе лә бала саҡтан ошо спорт төрө менән шөғөлләнгән, ә хәҙер бына инде дүрт йыл тренер Наталья Абдуллинаның ярҙамсыһы булып эшләй. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре Өфө, Ырымбур, Һамар, Ҡазан, Төмән, Ижау, Мәскәү ҡалаларында үткән төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа еңеү яулай һәм призер була.
Май аҙағында Ҡазанда эстетик гимнастика буйынса «Астория» турниры үтте. Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан 300-гә яҡын йәш спортсы ҡатнашты. Балтас районы данын Нейля Мәхмүтова етәкселегендәге дүрт-алты йәшлектәр категорияһында «Агидель-Бусинки» командаһы лайыҡлы яҡланы. Һөҙөмтәлә, спортсыларыбыҙ уңышлы сығыш яһап, беренсе урын яуланы.
Күп тә үтмәй Наталья Абдуллина һәм Нейля Мәхмүтова спортсылары менән Мәскәү өлкәһенең Раменское ҡалаһына юллана. Унда «Капелька России» Бөтә Рәсәй турниры үтә. Был ярыштарҙа ла улар һынатмай. «Агидель-Малина» һәм «Агидель-Звездочки» командалары пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелә.
Нейля Мәхмүтова — ата-әсәһенең, туғандарының, уҡытыусыларының оло ғорурлығы. Киләсәктә лә уға яңынан-яңы уңыштарға ирешергә насип булһын.


Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ
Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ
Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ
Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ
Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ
Өлгөр, тырыш, маҡсатсан ҡыҙ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: