Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Май 2023, 08:25

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!

Балтас районы Суртанлыкүл ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!

 

Сараны Үҙәк һәм Суртанлыкүл ауылы имам-хатибтары Филүс Камалтдинов менән Йосоп Исмаев Ҡөрьән аяттары уҡып асып ебәрҙе.

Байрам барышында ауыл халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы Түбән Ҡарыш ауыл биләмһе башлығы Ильяс Шәймөхәмәтов, район мәҙәниәт бүлеге башлығы Дамир Хәмәтов сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.

Ауыл тормошонда һәм байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы Зимфира һәм Илшат Хәмиҙуллиндар бүләкләнде. Тәнзилә Тимерғәлиева, Илгиз Мифтахов, Светлана Ғатауллина, Лилиә Бәләғетдинова, Мифтаховтар, Шәйхәйҙәровтар, Рафиҡовтар ғаиләләренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Үҙенең күркәм юбилейын билдәләп үткән Ралия Саяпова иһә район хакимиәте башлығының Ҡотлау хаты менән бүләкләнде.

Ауыл уртаһында һоҡланып туя алмаҫлыҡ күл буйында үткән байрам бик күңелле барҙы. Сарала ҡатнашыусылар Светлана Ғәлиева, Руслан Кабулов, Светлана Ғатауллина, гармунсылар һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Зарипов сығыштарын көслө алҡыштарға күмде.

Байрам барышында төрлө милли һәм спорт уйындары ойошторолдо. Ауылдаштар һәм ҡунаҡтар былау менән дә һыйланды. Самауырҙар ҙа шыжлап торҙо.

Табын артында һыйланып, рәхәтләнеп ауылдаштар менән аралашып ултырыуға ни етә?!

Фирғәт Нәбиуллин.

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Читайте нас: