Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Март 2023, 14:28

Мандолина сыңы арбай күңелдәрҙе

Йыр, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, сәхнә әҫәрҙәре, нәфис әҙәбиәт, фольклор үрнәктәре хеҙмәткә, ижадҡа рухландырған, милләтеңде, туған телеңде яратырға, һаҡларға өйрәткән илһөйәрлек сығанағы булып тора. Абдулла ауылында йәшәүсе йыр-моңға ғашиҡ Рәзидә Латыпова ла быны яҡшы аңлай, яҡташтары алдындағы һәр сығышында илһамланып рухи аҙыҡ өләшә.

Мандолина сыңы арбай күңелдәрҙе
Мандолина сыңы арбай күңелдәрҙе

Рәзидә Карам ҡыҙына музыкаль һәләт ата-әсәһенән бирелгән. Атаһы аккардеонда бик оҫта уйнаған, әсәһе мөнәжәттәр уҡып, тасуири итеп шиғырҙар һөйләүсе нәфис һүҙ оҫтаһы булған. Апаһы Фәриҙә лә талантлы, гармунда уйнап, матур йырҙар башҡара, район конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Мәрхүм Рәшит ҡустыһы иһә төрлө музыка ҡоралдарында виртуоз уйнаусы булған.
Мәктәптә уҡығанда һәләтле ҡыҙҙы музыка уҡытыусыһы Зәйфә Ғарифуллина мандолинала уйнарға ылыҡтыра. Ул түңәрәк ойоштороп, уҡыусыларға халыҡ көйҙәрен өйрәтә. Ә бер аҙҙан остаздары талантлы уҡыусыларҙан халыҡ инструменталь ансамбле төҙөй. Кемдер ҡумыҙҙа, баянда уйнай, кемдер ағас ҡалаҡтар һуға, кемдер батмусҡа уймаҡ менән сиртә, Рәзидә әхирәттәре менән мандолинала көйҙәр башҡара. Уларҙың ансамбле тора-бара ныҡ оҫтара, Зәйфә апайҙары балаларҙы төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға алып бара. Хатта 1981 йылда Өфө ҡалаһына барып, телевидениеға төшөп ҡайталар.
— Ваҡытында уҡыусыларының һәләтен күреп, үҫтерә белгән, беҙгә музыкаль белем биреп, ижадҡа рухландырған Зәйфә апайыбыҙ Ғарифуллинаға сикһеҙ рәхмәтлемен, — ти Рәзидә Латыпова остазы хаҡында.
Яҙмышын уҡытыусылыҡ менән бәйләгән Рәзидә Карам ҡыҙы хәҙер Ҡараяр урта мәктәбендә эшләй. Зәйфә апаһы кеүек ул да балалар менән инструменталь ансамбль төҙөнө. Остазының һәр хәрәкәтен, музыка ҡоралдарында уйнау серҙәрен иҫтә тотоп, уҡыусыларының һәләтен үҫтерә. Йыр-моңға ғашиҡ ханым төрлө мәҙәни сараларҙа үҙенең сығыштары менән яҡташтарын ҡыуандырып тора. Әле ауылдаштары “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнаша, бында ла ул һәр сара үҙәгендә тиерлек.
Рәзидә Карам ҡыҙының балалары – уның ғорурлығы. Улы Рафаэль Мәскәүҙә “Маймонид исемендәге академия” университетында торба класы буйынса уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хәҙер Үҙәк Хәрби оркестрҙа уйнай. Ҡыҙы Асия Екатеринбург ҡалаһындағы Мусоргский исемендәге консерваторияла балалайка класында белем ала. Ул бөгөн Урал дәүләт рус оркестры солисткаһы. Кинйәләре Алһыу әлеге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт университетының 3-сө курсында думбыра класында уҡый. Балалары бергә йыйылған ваҡытта Латыповтар ғаиләһе үҙе тотош инструменталь ансамблгә әүерелә.
Рәзидә Карам ҡыҙының дәрестәре бик мауыҡтырғыс үтә. Уҡыусыларын һәр саҡ милләтеңде, уның тарихын өйрәнергә, туған телеңде яратырға, мәҙәни мираҫты һаҡларға өндәй. Әҙ генә буш ваҡыты булдымы, ҡулына мандолинаһын алып, репертуарын киңәйтә, яңы көйҙәр өйрәнә. Рәзидә Карам ҡыҙы кеүек талантлылар ғына мандолинаның бар нескәлектәрен беләлер ул!

 

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Мандолина сыңы арбай күңелдәрҙе
Мандолина сыңы арбай күңелдәрҙе
Мандолина сыңы арбай күңелдәрҙе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: