Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Февраль 2023, 09:00

Талантлы, тырыш, телһөйәр егет

Бала саҡтан Мишкә тамашасыһын үҙенең моңло тауышы менән әсир иткән Самат Шәкүров быйыл мәктәпте тамамлай.

Талантлы, тырыш, телһөйәр егет
Талантлы, тырыш, телһөйәр егет

Уның уңыштары менән ата-әсәһе һәм туғандары ғына түгел, Мишкә ауылының 1-се лицейы ла ғорурлана, сөнки үҫмер башланғыс кластарҙан уҡ тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Самат Гүзәл һәм Илгиз Шәкүровтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Һуңғараҡ ата-әсәһе уға иптәшкә һеңлеһе Самираны алып ҡайта. Тырыш егеткә туған теленең матурлығын, уның ҡәҙерен аңлатып, һөйөү тәрбиәләй алғандар. Бәләкәйҙән атаһы Илгиз менән Мишкә сәхнәләрендә сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта уҡыуҙа ла һынатмай. Самат — «КРИТ-2022» конкурсының район һәм республика этабы призеры. Шулай уҡ инглиз, башҡорт телдәре, технология буйынса муниципаль олимпиадалар призеры һәм еңеүсеһе лә. Күптән түгел уҙғарылған “Бәләкәй фәндәр академияһы” (МАН) район эҙләнеү-тикшеренеү конкурсында “Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ” темаһына эҙләнеү эше башҡарып, призер булыуға ирешкән. Һәләтле егет уҡыуҙа күрһәткән уңыштары өсөн быйыл республикабыҙҙың төп Шыршы байрамына барыу бәхетенә лайыҡ булды.
Самат бигерәк тә татар телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ул 2018-2022 йылдарҙа — татар теле һәм әҙәбиәте буйынса район, 2023 йылда республика олимпиадаһы призеры булды. Саматтың туған тел уҡытыусыһы – Лиана Финат ҡыҙы Фәйезова тәжрибәле, юғары категориялы педагог. Һәләтле уҡыусының республика кимәлендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүе, әлбиттә, уның хеҙмәт емеше, эшенә ҙур баһа.
Ижади күңелле егет күп уҡый, бәләкәйҙән музыка менән шөғөлләнә, үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Ижади үрҙәре лә бихисап. Ул 2014-2019 йылдарҙа «Таланттар йәйғоро» йәш һәләттәрҙең район смотр-конкурсында еңеү яулай. «Гәлсәр йондоҙсоҡтар - 2018» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсының — II дәрәжә, «Йәйғор - 2017» республика балалар ижады конкурсының — «Өмөт», 2015 — 2016 йылдарҙа «Йондоҙло баласаҡ» төбәк балалар ижады телевизион фестиваленең һәм 2021 йылда Бөтә донъя татарҙары конгресының дипломдары менән бүләкләнгән.
Афарин, Самат! Алдағы тормошоңда уңыштар, тағы ла юғары үрҙәр теләйбеҙ.

 

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

Талантлы, тырыш, телһөйәр егет
Талантлы, тырыш, телһөйәр егет
Талантлы, тырыш, телһөйәр егет
Талантлы, тырыш, телһөйәр егет
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: