Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Инзирә Ғәбделхәй ҡыҙы Нурмиеваның һандығы иң боронғоһо булып сыҡты. Был һандыҡҡа 106 йыл!
“Ҡәйнәм Тәслимә Ғәлимйән ҡыҙының әсәһе Ғәтифә Ҡынсыртдин ҡыҙы кейәүгә сыҡҡан һандыҡ был. Хәҙер ул беҙҙә изге ҡомартҡы булараҡ быуындан-быуынға тапшырылып килә. Ҡәйнәм дә ҡул эштәренә – сигеү, бәйләү, тегеүгә бик оҫта ине. Бигерәк тә крестиклап сигергә ярата ине. Уның бына Мәскәү Кремлен сиккән салфеткаһын барыһы ла һоҡланып ҡарай. Мин үҙем дә сигергә, бәйләргә яратам”, - тип береһенән-береһе матурыраҡ, ҡәҙерлерәк ҡул эштәре менән таныштырҙы әүҙем йәмәғәтсе булған Инзирә апай. Үҙенең килен булып төшкән һандығына ла инде 42 йыл тулған.
Бына шулай, Инзирә Ғәбделхәй ҡыҙы һаҡлаған һандыҡтарҙың һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ яҙмышы, үҙ йолалары булыуы менән ҡәҙерле.
Наилә Имаева.