Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Ғинуар 2023, 09:00

Афарин, Артур!

Ул халыҡ-ара конкурста 1-се дәрәжә лауреат булды

Афарин, Артур!
Афарин, Артур!

Районыбыҙ йәш таланттарға бик бай һәм уларҙы ваҡытында күреп, һәр яҡлап үҫтереүсе, яңы үрҙәргә дәртләндереүсе уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә беҙ һәр саҡ рәхмәтле.
Балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано класы буйынса юғары категориялы уҡытыусы Эльвира Бағданур ҡыҙы Хәсәнова бер нисә быуын талантлы уҡыусылар һәм йәштәр тәрбиәләгән. Тәжрибәле педагогтың уҡыусылары район, республика һәм халыҡ-ара ижади конкурстар призерҙары, еңеүселәре һәм лауреаттары була.


Күптән түгел фортепиано бүлегендә уҡыусы Артур Ялалов «Ҡаҙаныштар ваҡыты» II халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, 1-се дәрәжә лауреат булды. Эльвира Бағданур ҡыҙы әйтеүенсә, Артур фортепиано класында икенсе йыл ғына шөғөлләнә. Улар әлегә үҙ юлын башлаған ғына. Былтыр "Сағылыш" конкурсында ул беренсе булды. Артур шулай уҡ ҡалаҡсылар ансамблендә уйнай, быйыл хор бүлеген тамамлай.
Борай 2-се гимназияһының 7-се А класында уҡыусы Артур "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Тырыш, аҡыллы, тәртипле булыуы менән күптәргә өлгө булып тора. Һәләтле егеткә тик уңыштар юлдаш булһын.

Гөлназ Ханова.

Афарин, Артур!
Афарин, Артур!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: