Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Ғинуар 2023, 08:40

Йондоҙнамә ( 2 – 8 ғинуар)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә ( 2 – 8 ғинуар)
Йондоҙнамә ( 2 – 8 ғинуар)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

2023 йылда бөтә өлкәлә лә оло үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Бер үк ваҡытта ҙур ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Бөтә хикмәт уларҙы нисек  хәл итеүҙә тора. Күпселек осраҡта ахыры һәйбәт тамамланыр. Төп эшегеҙҙә үрләп китеүегеҙ мөмкин. Ғаиләгеҙ һәм шәхси тормошоғоҙҙа  барыһы ла һәйбәт булыр.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Йыл башында үҙегеҙҙе ышаныслы тойорһоғоҙ, быны башҡалар ҙа күрер. Кеше араһында абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Матди хәлегеҙ ҡырҡа ыңғайға үҙгәәрер. Ҡайсаҡ килгән аҡсаны нисек тотоноу хаҡында уйланырһығыҙ. Яңы сәфәргә юлланып күрмәгән кешеләрҙе күрерһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 23.03)

Һеҙҙе әүҙем һәм өмөтлө оҙайлы осор көтә. Төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтарға йыш осрарһығыҙ. Ләкин был һеҙҙе бер ҙә ҡурҡытмаҫ һымаҡ. Бөтөнләй яңытаныш булмаған, эштәр менән күп булышырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙ апрелдән һуң мотлаҡ рәтләнер. Матди хәлегеҙ йыл барышында күҙгә күренеп яҡшырыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

 2023 йылда һеҙҙе һиҙелерлек уңыштар көтә.  Ҡайһы бер күптән уйлап йөрөгән маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырырһығыҙ. Бер юлы элек туҡтаған бер инисә эшегеҙҙе лә тулыһынса тмамларһығыҙ. Йыл аҙағында бәғзеләрҙең ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер, һатып алырға мөмкинлеге булыр. Һаулығығыҙ әллә ни борсомаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)

Башҡаларҙан артта ҡалмаҫ өсөн күп эшләрһегеҙ. Бәғзеләр яңы һөнәр үҙләштерер. Төп эшегеҙҙә апрель-май айҙарында ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар – улар етәкселәр менән мөнәсәбәттәргә ҡағылыр. Матди хәлегеҙ әллә ни үҙгәрмәҫ һымаҡ. Ғаилә хәлегеҙ тотороҡло булыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Алда һеҙҙе бик яуаплы һәм мөһим осор көтә. Әгәр һәләттәрегеҙҙе, уңғанлығығыҙҙы күрһәтә алһағыҙ, киләсәктә алдығыҙҙа яңы офоҡтар асылыр. Бының өсөн һеҙгә кәрәкмәгән әйберҙәрҙән, ышанысһыҙ дуҫтарҙан, кире холоҡтан ҡотолорға кәрәк. Әүҙем игеҙәктәр ыңғай үҙгәрештәрҙе йәй аҙағында асыҡ күрер, башҡалары иһә бер аҙ һуңғараҡ тойор.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Әүҙем кешеләр 2023 йылда мотлаҡ уңыр. Эш күп булһа ла, унан йыш ҡәнәғтлек кисерерһегеҙ. Йыл башында төп эшегеҙҙә ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ, уларҙы ыңғай хәл итеү өсөн тәжрибәгеҙ етер һымаҡ. Йыл аҙағындараҡ икенсе юғарыраҡ вазифаға күсеүегеҙ ихтимал. Бәғзеләр эш урынын алмаштырыр, бәлки.

Арыҫлан ( 24.07 –  23.08)

Киләсәктә һеҙгә тәүге сиратта түҙемлек талап ителер. Хәл итә алмаҫлыҡ ҡыйынлыҡтар көтөлмәйәсәк, ләкин үҙ фекерҙәрегеҙҙе һүҙҙәрегеҙҙе йыш яҡларға тура килер. Икеләнеүҙәр, тураһында онотһағыҙ, һәйбәт булыр ине. Ғаиләгеҙҙең, яҡындарығыҙҙың ярҙам-терәген һәр саҡ тойорһоғоҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Йылдың иң мөһим ваҡиғалары яҙғы айҙарында булыр. Ҡайсаҡ ауыр, икеле хәлдәргә лә осрарһығыҙ. Бик һирәк кеше генә ярҙам эҙләр, күпселеге, һәр саҡтағыса, үҙ көсөнә ышаныр. Артабанғы айҙар еүелерәк үтер. Йондоҙҙар яҡындарығыҙға ҡарата йомшағыраҡ булырға ҡуша.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Күптәр йәмәғәт эштәре менән булыр. Ғөмүмән, аралашыуҙар йыл барышында тормошоғоҙҙа ҙур урын алыр. Кемгә таянырға, кемгә ышанырға, кем артынан барырға – бындай һорауҙар һәр саҡ алдығыҙҙа торор.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Йыл һәйбәт булыр. Иң мөһим маҡсаттарығыҙҙы алдан асыҡланығыҙ, буғай. Уларҙы бойомға ашырыу ҡулығыҙҙан килергә тейеш. Һәр саҡ бер туҡтауһыҙ алға барасаҡһығыҙ. Эшегеҙҙең һөҙөмтәләре бик тиҙҙән асыҡ беленер. Июндән һуң алған килемегеҙ күҙгә күренеп артыр. Ғаиләгеҙҙең йәшерәк ағзалары ғына һәр саҡтағыса мәшәҡәт тыуҙырыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Ғөмүмән, 2023 йыл һеҙҙең өсөн бәрәкәтле булырға тейеш. Төп эшегеҙҙә йәки уҡыуҙа йондоҙҙар артабанғы үҫеш фараз итә. Май айынан башлап иңегеҙгә өҫтәмә йөкләмәләр һалыныр. Бер юлы килемегеҙ ҙә һиҙелерлек артыр. Сентябрь айында күптәр һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерер. Йыл барышында өйрәнгән көн-эш тәртибен һаҡлағыҙ. Һаулыҡ яғынан бирешмәҫһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-01-01/yondo-nam-2-8-inuar-3084062

Читайте нас: