Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Декабрь 2022, 10:55

Үҙ эшенең оҫтаһы

Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Хөрмәтле Марат Мәүлитйән улы!

Һеҙҙе ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Беҙ һеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Янығыҙҙа һәр ваҡыт үҙегеҙҙе хөрмәт итеүсе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, тоғро дуҫтарығыҙ булһын. Бөгөнгө шат йылмайыуығыҙ йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла китмәһен.

Һәр саҡ шулай изге күңелле, ярҙамсыл, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле, парлы, сағыу, матур хәл-ваҡиғаларға тулы мул тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр атҡан таң ҡыуаныстар, яҡшы кәйеф алып килһен. Ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, күңелегеҙ көр булһын, тик яҡшыға ғына өмөт итеп, тирә-яҡтағылар өсөн өлгө булып йәшәгеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ғаиләгеҙҙә бәхет һәм татыулыҡ йәшәһен.
Ҡәҙерле коллегабыҙға тормош юлында барыһы ла яҡшы булыуын, ныҡлы ғаилә, яҡшы дуҫтар, яратҡан эш, донъя именлеге теләйбеҙ.
Тыуған көнөгөҙ һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарығыҙ ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялдарҙың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарығыҙға аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарығыҙ балҡышы.
Сәләмәт булығыҙ, гел йылмайып йәшәгеҙ,
Бәхет ҡунһын күңелегеҙ түренә.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!

Иң изге теләктәр менән «Йәнтөйәк» гәзите коллективы.

Читайте нас: