Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Ноябрь 2022, 09:54

Һылыуҡай тажы — Розалинала

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында «Һылыуҡай – 2022» конкурсы үтте. Унда төрлө факультеттарҙан алты ҡыҙ ҡатнашты: Розалина Хисмәтуллина (филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты), Лилиана Кашапова менән Эльвина Ҡунафина (биология һәм химия), Динара Ғәниева (инженер-технология), Гөлфиә Миңлеғолова (педагогика), Валентина Кугубаева (социаль-гуманитар).

Һылыуҡай тажы — Розалинала
Һылыуҡай тажы — Розалинала

Конкурс ике этаптан торҙо. Ҡатнашыусыларға уларҙың һәр береһендә етди һынауҙар үтергә тура килде.
Беренсе этап дистанцион форматта үтте. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырып, милли ризыҡ әҙерләү процесын видеоға төшөрөп конкурс комиссияһына ебәрҙе.
Икенсе этапта бәйгеселәр сәхнәлә сығыш яһаны. Һылыуҡайҙарҙың сығышын баһалағанда жюри ағзалары уларҙың актерлыҡ һәләтенә, үҙҙәрен сәхнәлә тотоу оҫталығына айырым иғтибар бирҙе.
Һөҙөмтәлә «Һылыуҡай – 2022» конкурсы Гран-прийын Розалина Хисмәтуллина яуланы. Беренсе урынға Гөлфиә Миңлеғолова лайыҡ булды.
Розалина филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының III курсында уҡый, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегендә белем ала. Үҙе һайлаған һөнәр буйынса уҡыу бик оҡшай уға. Мәктәптә уҡығанда уҡ бейеү, баскетбол, волейбол, еңел атлетика, саңғы спорты менән мауыға. Бала сағынан бер хыял менән яна талантлы ҡыҙ: театр актрисаһы булып, кешеләргә хис-тойғолар өләшеү, төрлө ролдәрҙә, төрлө образдарҙа үҙен һынап ҡарау. Яҙмышы бер аҙ башҡаса хәл ителеүгә ҡарамаҫтан, Розалина бирешмәй һәм бала саҡ хыялына ынтыла. 1-се курстан алып Бөрө ҡалаһының «Өмөт» вокал-театр студияһында шөғөлләнә. Ҡала һәм район кимәлендәге концерттарҙа ҡатнаша.
«Мин еңеүемә ышандым, сөнки был конкурсҡа бик яуаплы ҡараным һәм ентекле әҙерләндем. Башҡорт телен киләсәк быуын да өйрәнһен, белһен өсөн бөгөн беҙгә әҙәби телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк», – ти Розалина.
Һылыу, изге ниәтле, маҡсатсан ҡыҙҙарға алдағы көндәрҙә лә уңыштар юлдаш булһын!


Камила МӨХӘМӘТОВА,
II курс студенты.

Һылыуҡай тажы — Розалинала
Һылыуҡай тажы — Розалинала
Һылыуҡай тажы — Розалинала
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: