Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Август 2022, 12:41

“Иң тәмле бал — Балтаста!”

“Иң тәмле бал — Балтаста!”Умартасы Рәфис Ғәлиханов нәҡ шундай фекерҙә!Тулыраҡ:

“Иң тәмле бал — Балтаста!”
“Иң тәмле бал — Балтаста!”

“Тыуған еребеҙҙең исеменә юҡҡа ғына “бал” һүҙе тамыр бирмәгән”, — ти Рәфис Йәсәүи улы. Умартасының хужалығы урынлашҡан урындың тирә-яғында — йүкә урмандары. Бал ҡорттары йыйған шифалы бал — был һүҙҙәрҙең дәлиле.
Рәфис Ғәлиханов — һөнәре буйынса агроном. 1987 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлап, районға ҡайтҡандан башлап тыуған еренә хеҙмәт итә: Калинин исемендәге күмәк хужалыҡ, үҙе ойошторған “Батырша” йәмғиәте, артабан дәүләт сорт участкаһы.
Тормош иптәше Рәүилә Мишәриф ҡыҙы менән биш балаға ғүмер биреп, инде балдай татлы биш ейән-ейәнсәрен һөйөп, Юғары Ҡарыш ауылының иң күркәм ғаиләләренең береһе булып, икеһе лә тыуып-үҫкән ерҙә бәхеттәрен табып йәшәй. Умартасылыҡ менән уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башлап шөғөлләнә ғаилә.


Был турала тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең 10 августа донъя күрәсәк 15 –се һанында тулыраҡ уҡый алаһығыҙ.

 


Гөлнара Шәймөхәмәтова.

“Иң тәмле бал — Балтаста!”
“Иң тәмле бал — Балтаста!”
“Иң тәмле бал — Балтаста!”
“Иң тәмле бал — Балтаста!”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: