Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Июль 2022, 09:16

Объективта – йәй

Ошондай хэштег аҫтында республика буйынса онлайн-флешмоб бара. Ҡариҙел районы китапханасылары ла был сараға әүҙем ҡушылды.

Объективта – йәй
Объективта – йәй

 Йәйҙе төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙәге үҙ сәхифәләреңә ҡуйыу мотлаҡ икән. Ҡариҙел районы китапханасылары ла был сараға әүҙем ҡушылды. Яугилде, Муллаҡай китапханасылары, шулай уҡ Ҡариҙел ауылындағы Үҫмерҙәр моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре хозур тәбиғәтле районыбыҙ матурлығын үҙ эштәрендә асып һалған да инде. Бигерәк тә муллаҡайҙарҙың эше иғтибарға лайыҡ: объективҡа ҡондоҙ эләккән! Ә һеҙ йәйҙе төшөрҙөгөҙмө әле?  Комментарийға матур фотоларығыҙҙы ҡуйһағыҙ ине, тыуған яғыбыҙ матурлығын күрәйек, күрһәтәйек.

 

Гөлнара Солтанова.

Объективта – йәй
Объективта – йәй
Объективта – йәй
Объективта – йәй
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: