Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Июнь 2022, 16:40

Сәләмәтлек һағында тороусыларҙы тәбрикләнеләр

Район Мәҙәниәт һарайында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара уҙҙы.

Сәләмәтлек һағында тороусыларҙы  тәбрикләнеләр
Сәләмәтлек һағында тороусыларҙы тәбрикләнеләр

 

Үҙ яҙмышын кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ, хәстәрлек  талап иткән мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләгәндәргә арналды был байрам.  Гиппократ антына тоғро ҡалып, халыҡҡа иң ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән, донъялағы иң мөһим байлыҡ – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалғандарҙы тәбрикләнеләр тантанала.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов  медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе:
- Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән ҡотҡараһығыҙ, тәүге һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәһегеҙ. Донъялағы иң мөһим байлыҡ – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ.Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белеүегеҙ һәм оҫта эш итеүегеҙ, йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ.
Байрам тантанаһын дауам итеп,  Динис Рәдис улы бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө дәрәжәләге Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Терапия бүлегенең өлкән  шәфҡәт туташы Рәмилә Ғатуф ҡыҙы Әхмәтғәлиева менән клиник лаборатор диагностика фельдшер-лаборанты Фәндәлиә Мулләхмәт ҡыҙы Камалова “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән күкрәк билдәһе менән бүләкләнде.


Артабан үҙәк дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов  та  үҙ сығышында барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларҙың иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүе хаҡында әйтеп үтте. Вадим Фәнил улы оҙаҡ йылдар район халҡы һаулығы һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәрен үҙәк район дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе Гөлнара Насртдинова ла байрам уңайынан иң изге теләктәрен еткереп, ойошманың  Почет грамоталарын тапшырҙы.

Сара байрам концерты менән тамамланды.

                                    
Наилә Имаева.

 

Хәлимә Дәүләтгәрәева фотолары.

Сәләмәтлек һағында тороусыларҙы  тәбрикләнеләр
Сәләмәтлек һағында тороусыларҙы тәбрикләнеләр
Читайте нас: