Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Апрель 2022, 10:01

Уңыштары менән һөйөндөрә

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән был һылыу ҡыҙ — Хәлимә Дәүләтгәрәева. Ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле йүнәлеше буйынса 3-сө курста тик “биш”ле билдәләренә генә уҡый.

Уңыштары менән һөйөндөрә
Уңыштары менән һөйөндөрә

Хәлимә Ҡыйғаҙы ауылында бар ғүмерен мәғарифҡа арнаған Ләйлә һәм Ильяс Дәүләтгәрәевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән бик теремек, егәрле була. Мәктәп йылдарында ла әүҙемлеге, маҡсатсанлығы менән айырыла: тик яҡшы билдәләргә өлгәшеүенән тыш, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел призлы урындар яулай. Йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса район бәйгеһендә лә ике йыл рәттән Гран-при яулай. Урта мәктәпте тамамлағас, илһөйәр, телһөйәр ҡыҙ, күп уйлап тормай, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Унда ла тәүге көндәрҙән үк үҙен әүҙем, рухлы, инициативалы ҡыҙ булараҡ танытып, гел алдынғылар рәтендә була. Уҡыу йортонда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Каникул ваҡыттарында Хәлимә район гәзитендә хәбәрсе булып эшләп, үҙен журналист булараҡ та һынай.
Күптән түгел һәләтле райондашыбыҙ үҙҙәренең уҡыу йортонда үткән Студент фәндәре көндәре сиктәрендә Рәми Ғарипов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнаша. Матурлыҡҡа, һүҙгә, әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ студент шағир менән ауаздаш хис-тойғоларын Рәми Ғариповтың «Әсәм ҡулдары» шиғыры аша еткерә. Үҙенең сығышын Хәлимә ошо көндә тыуған көнөн билдәләүсе әсәһе Ләйлә Данис ҡыҙына бағышлай. Был бәйгелә райондашыбыҙ 2-се урын яулай.
Әүҙем, күңелендә илһамлы ижад ҡомары булған һәләтле яҡташыбыҙҙы сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм шиғриәткә, туған телгә булған һөйөүе бер ваҡытта ла һүрелмәүен теләйбеҙ!

Наилә ИМАЕВА.

Уңыштары менән һөйөндөрә
Уңыштары менән һөйөндөрә
Уңыштары менән һөйөндөрә
Уңыштары менән һөйөндөрә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: