Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Ноябрь 2021, 07:30

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Райондашыбыҙ "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" XXV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк-ара этабында еңеү яуланы.  

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Балтас районы "Династия" профилактик медицина үҙәге директоры, юғары категориялы табип-невролог, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы Лилиә Ҡаһирова "Ҡатын-ҡыҙ-йыл директоры" XXV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк-ара этабында еңеү яуланы.

 

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы, "Рәсәйҙең эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында ойошторолған конкурстың финалына
республиканың төрлө эшмәкәрлек өлкәһендәге 17 уңышлы ҡатын-ҡыҙ сыҡты. Лилиә Ғәфиф ҡыҙы "Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн" номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Тағы ла бер тапҡыр Лилиә Ғәфиф ҡыҙын ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

 


Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: