Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Ноябрь 2021, 09:00

Афарин, Булат!

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең 5-се класында уҡыусы Булат Хәсәновты районыбыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Тик “биш”ле билдәләренә генә өлгәшеүсе тырыш малай спортта ла, сәнғәттә лә һынатмай. Республика һәм Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, әленән-әле еңеүҙәр яулап, районыбыҙ данын арттыра.

Афарин, Булат!
Афарин, Булат!

Булат Гөлшат һәм Илшат Хәсәновтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Өлкән ҡыҙҙары Ленара менән Ирина ла тик “биш”ле билдәләренә генә мәктәпте тамамлап, бөгөн Пермь дәүләт медицина университетында белем ала.
Бәләкәйҙән йыр-моң яратҡан дәртле малайҙы ата-әсәһе биш йәше тулғас, Балалар сәнғәт мәктәбенә хореография класына уҡырға бирә. Тәжрибәле хореограф Рушания Хәсәнова етәкселегендә тырыш малай бейеү серҙәренә өйрәнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Ете йәштә Булат вокал класында ла шөғөлләнә башлай. Танылған йырсы-композитор Рәзидә Әхмәтова класында халыҡ уйын ҡоралдары буйынса белем ала. Талантлы педагог етәкселегендә Булат думбырала уйнарға өйрәнә. Йәш думбырасының яулаған үрҙәре лә һоҡланырлыҡ. Мәҫәлән, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә үткәргән йәш музыканттарҙың “ЕЛКӘН” 1-се телевизион конкурсында ла ул үҙен һынап ҡарай. 173 бәйгесенең 43-ө икенсе турға уҙа, улар араһында Булат Хәсәнов та була. Йәш думбырасы танылған композитор Салауат Низаметдиновтың “Ялан сәскәләре” тигән әҫәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Аккомпаниатор — Балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Эльмира Ғайфуллина уға ярҙам итә. Беренсе тапҡыр үткәрелгән был бәйгенән Булат илһамланып, дәртләнеп, рухланып ҡайта.
Быйыл яҙ көнө районда үткән Танып ырыуы йыйынында ла Хәсәновтар ғаиләһе әүҙем ҡатнаша. “Тамыр” телеканалы ойошторған байрамда улар нәҫел ептәрен барлап, шәжәрәһен һөйләй, иҫтәлеккә матур итеп фотоға ла төшә.
Булат спорт менән дә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Бигерәк тә шахмат менән мауыға. Был спорт төрө буйынса ярыштарҙа ла аҡыл, зиһен көсөн һынап та еңеүҙәр яулай. Футбол секцияһына йөрөргә лә ваҡыт таба өлгөр малай. Ҡыҫҡаһы, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, спортта ла, сәнғәттә лә еңеү артынан еңеү яулай. Илһөйәр, рухлы, дәрт-дарманлы Булатҡа киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
Хәнис Хәжимов.

Афарин, Булат!
Афарин, Булат!
Автор:
Читайте нас: