Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Ноябрь 2021, 17:30

Янбайҙарҙың ҡыуанысы сикһеҙ

Бөгөн Балтас районы Иҫке Янбай ауылына асфальт юл асылды.  

Янбайҙарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Янбайҙарҙың ҡыуанысы сикһеҙ

 

«БР транспорт системаһын үҫтереү" программаһы буйынса Балтас районы Иҫке Янбай ауылына 2,5 километр асфальт юл төҙөлдө.

Юл төҙөү эштәрен "Танып" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре сифатлы башҡарҙы һәм ваҡытында тамамланы.

Ауылға керә торған юлдан тыш, ауыл эсендәге урамға ла асфальт түшәлде, Ленин урамының уң яғына тротуар һалынды, автобус боролошо өсөн "ҡулса" эшләнде, туҡталыш павильоны, өҫтәмә яҡтыртыу нөктәләре урынлаштырылды.

Иҫке Янбай ауылы яңыса төҫ алды. Бирелә йәшәүселәр бик ҡәнәғәт. Уларҙың шатлығын уртаҡлашып, юл асыу тантанаһында район хакимияте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, БР транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, БР юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Рафиҡов һәм "Танып" йәмғиәте директоры Овик Гургенович Нгриян килде.

Иҫке Янбай ауыл биләмәһе башлығы Рәзиф Ахунов, ауыл старостаһы, райондың Почетлы гражданины Ралиф Шакирйәнов янбайҙар исеменән хөкүмәтебеҙгә һәм төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Янбайҙарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Янбайҙарҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Читайте нас: