Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Октябрь 2021, 11:45

Берҙәм яҙылдылар

Асҡын ауылының “Ҡояшҡай”  балалар баҡсаһы коллективы ла   район гәзиттәренә берҙәм  яҙылды. Афарин!  

Берҙәм  яҙылдылар
Берҙәм яҙылдылар

 

 Матбуғатҡа  ташламалы  хаҡҡа  яҙылыу  буйынса  Бөтә  Рәсәй  ун көнлөгө сиктәрендә Асҡын ауылының  Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова  етәкселегендә “Ҡояшҡай”  балалар баҡсаһы коллективы ла   район гәзиттәренә берҙәм  яҙылды. 

“Беҙ һәр саҡ матбуғат баҫмаларын яҙҙырып уҡыйбыҙ. Бына был юлы ла район  һәм “Йәнтөйәк” район-ара гәзиттәренә 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына беренселәрҙән булып яҙылдыҡ.    Гәзитте көтөп алабыҙ, сөнки үҙебеҙҙең балалар баҡсаһында үткән саралар тураһында ла, тәрбиәүи темаларға ла мәҡәләләр донъя күреп тора.  Тәрбиәселәребеҙ  ҙә    район гәзите коллективы менән һәр саҡ бәйләнештә, хәбәрләшеп тора.   Гәзиттәрҙең үҙ сайты һәм социаль селтәрҙәрҙә  үҙ төркөмдәре булыуы ла бик уңайлы. Яңылыҡтарҙы белеп, уҡып торабыҙ”, — тип хәбәр итте Дилбәр Марсель ҡыҙы.

 Ижади эшләүсе  коллективҡа район гәзиттәре  менән  дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә  фәһемле материалдар, сағыу һәм ҡыҙыҡлы фотолар көтөп ҡалабыҙ.

 Наилә Имаева.

Читайте нас: