Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Сентябрь 2021, 16:10

Ҡышлауйылғала “Уҡытыусылар аллеяһы” барлыҡҡа килде

Бөгөн Ҡышлауйылға мәктәбе  уҡытыусылары “Йәшел Башҡортостан”   акцияһына дәррәү ҡушылды.  

Ҡышлауйылғала “Уҡытыусылар аллеяһы” барлыҡҡа килде
Ҡышлауйылғала “Уҡытыусылар аллеяһы” барлыҡҡа килде

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусылары  яңы белем усағы биләмәһенә емеш ағастары ултыртты.  Мәктәп директоры Земфира  Суфиярова  инициативаһы буйынса  был  аллеяға  “Уҡытыусылар аллеяһы” исеме бирелде.   Яҡынлашып килгән һөнәри байрам – Уҡытыусылар көнөнә лә арналды  был изге эш”, - тип хәбәр итте мәктәп директоры урынбаҫары Наилә Ғлимшина.

Наилә Имаева.

Ҡышлауйылғала “Уҡытыусылар аллеяһы” барлыҡҡа килде
Ҡышлауйылғала “Уҡытыусылар аллеяһы” барлыҡҡа килде
Читайте нас: