Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Сентябрь 2021, 16:19

«Ҡариҙел үләндәре» кооперативы конкурста ҡатнаша

Башҡортостандың туҡланыу продукттары етештереүселәре «Вкусы России» төбәк брендтарының дөйөм дәүләт конкурсында әүҙем ҡатнаша.  

«Ҡариҙел үләндәре» кооперативы конкурста ҡатнаша
«Ҡариҙел үләндәре» кооперативы конкурста ҡатнаша

Республиканан конкурста бер нисә тиҫтә урындағы бренд заявка бирҙе, шулар иҫәбендә үлән сәйҙәре  етештереүсе – «Ҡариҙел үләндәре» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы.

Р.Исламов һәм ауыл хужалығы кооперативының тағы ла һигеҙ ағзаһы 2018 йылдан башлап беҙҙең районда үҫкән үләндәрҙе йыйыу менән шөғөлләнә. Тәүҙә ассортиментта унлаған исем ине, хәҙер – утыҙҙан артыҡ.

Үләндәр махсус пакеттарға һалына. Бөтә фермер продукцияһы – юғары сифатлы, уны һораусылар күп. Шуға күрә ул конкурста иң юғары урын алыуға хоҡуҡлы.

Люция Карамова.

Читайте нас: