Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Август 2021, 22:35

Уңғандар, йүнселдәр

Балтас районы Юғары Ҡанһөйәр ауылында йәшәүсе Йәүһәриә апай менән Рифҡәт ағай Ғәлиәкбәровтарҙа өйрәк өмәһе үтте.    

Уңғандар, йүнселдәр
Уңғандар, йүнселдәр

 

Уңған хужа менән хужабикә ике ай эсендә 13 өйрәкте ҡарап,  һимерткән.

- Ләйсән Хәмитова, Әлфидә Ғафурова, Фәнүдә Ғәлиеваны саҡырып, өмә ойоштороп, 13 өйрәкте тиҙ арала эшкәртеп ҡуйҙыҡ. Рәхмәт уңған хужабикәләргә, - ти Йәүһәриә апай ҡыуанып.

Йәүһәриә апай менән Рифҡәт ағайҙың ҡулдарынан килмәгән эше юҡ. Рифҡәт ағай үҙ ҡулдары менән беседка, теплица ла эшләп ҡуйған. Баҡсаларында йәшелсә-емеш мул уңыш бирә, ихатала һәм өйҙәрендә береһенән-береһе матурыраҡ сәскәләр, гөлдәр үҫә.

Матурлыҡҡа ғашиҡ Йәүһәриә апай йыр-бейеүгә оҫта булһа, Рифҡәт ағай өҙҙөрөп гармунда уйнай. Улар Тусыбай ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән “Ҡоҙағыйҙар” фольклор ансамбленең әүҙем ҡатнашыусылары.


Миләүшә Ҡасимова.

Уңғандар, йүнселдәр
Уңғандар, йүнселдәр
Читайте нас: