Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Август 2021, 22:55

"Халыҡ мөһим сараға ыңғай ҡарай"

Бөгөн, 1 августа, ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу башланды. Иҫәп алыусы Илмира Сәлихова үҙенең тәүге эш көнө тәжрибәһе һәм тәьҫораттары менән бүлеште.

"Халыҡ мөһим сараға ыңғай ҡарай"
"Халыҡ мөһим сараға ыңғай ҡарай"

 

Асҡын ауылында йәшәүсе Илмира Сәлихова иҫәп алыу кампанияһында беренсе тапҡыр эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, беренсе эш көнөн ул уңышлы үткәреп, һөҙөмтәләрҙән бик ҡәнәғәт ҡалған.

"Мин әлеге ваҡытта ситтән тороп белем алам. Ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙа ҡатнашырға саҡырғас, риза булдым. Мин кешеләр менән аралашырға яратам, шуға ла был яҡтан ҡыйынлыҡтар юҡ. Бындай эштә беренсе тапҡыр ҡатнашҡас, тәжрибәм юҡ, шуға ла бөгөн беренсе көндә тәүҙә Асҡын ауылында 4-се участкала иҫәп алыусы Миләүшә апайға эйәреп, бер нисә хужалыҡта булдым. Уның нисек эшләүен күҙәтеп торҙом. Артабан үҙемдең 16-сы участкаға ҡараған Барахай ауылына юлландым. Бында 13 йортта булып, хужалар менән һөйләшеп, тейешле һорауҙарға яуап алдым. Планшет булғас, шунда уҡ алған мәғлүмәтте тултырып барҙым, ә эш аҙағында отчетты төҙөп тә ебәрҙем. Беренсе көндән ҡәнәғәтмен, дөйөм алғанда, халыҡ ауыл хужалығы иҫәбен алыуға ыңғай ҡарашта. Шулай ҙа шикләнеберәк ҡуйыусылар ҙа осрай. Уларға түбәндәгеләрҙе әйткем килә: тупланған барлыҡ мәғлүмәт ныҡлы “йоҙаҡ”ҡа бикләнәсәк, кешенең шәхси милке сер итеп һаҡланасаҡ. Иҫәп алыу тик дөйөм һөҙөмтәләр сығарыу, илдәге ауыл хужалығы хәлен баһалау өсөн файҙаланыласаҡ. Иҫәп алыуҙа халыҡ әүҙем ҡатнашып, дөрөҫ мәғлүмәт тупларға ярҙам итер, тип ышанам", - тине Илмира Сәлихова, ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙың беренсе көнөнән алған тәьҫораттары менән бүлешеп.

Наилә Имаева.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаты - тармаҡтағы структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, етештереүселәрҙең категорияларына бәйле белешмә туплау, өлкәләге үҫеште күҙаллау.

108-се Федераль закондың 12-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм электрон документтарҙа һаҡланған микроиҫәп объекттары тураһындағы мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып тора, улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.

 

Читайте нас: