Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Июль 2021, 21:25

Шишмәләр – йәшәү сығанағы

Балтас районы Тусыбай ауылында бик фәһемле сара үткәрәләр.

Шишмәләр – йәшәү сығанағы
Шишмәләр – йәшәү сығанағы

Шишмәләрҙең һыуы шифалылыр,

Шуны эсеп үҫте улдарым...

Был шиғыр юлдарым тәбиғәттең иң матур ерҙәренең береһендә урынлашҡан беҙҙең йәмле Тусыбай ауылы тураһында. Ысынлап та, беҙҙең ауыл бер яҡтан тауҙар менән уратылған булһа, икенсе яҡлап - иркен болондар.Ә тау аҫтында кескәй генә Сүлпәнгес йылғаһы аға. Бына ошо йылға буйлап шишмәләр бәреп сыҡҡан. Ошо шишмәләр тураһында балаларға һөйләр өсөн китапханасы Неля Ғимаева менән “Ауылым шишмәләре” тигән сара-экскурсия үткәрҙек.

Шишмә -ул тәбиғәттән беҙгә бирелгән байлыҡ. Шишмә – ул башланғыс, йәшәү сығанағы. Шишмәләр беҙҙең ҡарауға һәм яҡлауға мохтаж.

Боронғолар шишмә һыуын эсһәң, ерҙең үҙенән көс алаһың, тигән.

Шуға шишмәләрҙе таҙартып, ҡарап торорға кәрәк.

Беҙҙең Сүлпәнгес йылғаһы буйлап биш шишмә булһа, Тращада тигән быуа янында Азат ағай шишмәһе, Имән күперҙәге быуа янында Тау шишмәһе бар.

Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы бар.
Шишмәләрҙең күбеһе асҡан кешеләрҙең исеме менән аталған: Нурый шишмәһе, Мәғдән мулла шишмәһе, Ғәлимйән шишмәһе. Иң түбән остағыһы –
Түбән ос шишмәһе. Бына уныһы кәртәләнгәндә урыны күсеү сәбәпле, һыуы юҡ тиерлек. Ә ҡалған шишмәләр барыһы ла ҡаралған, таҙартылған. Балалар шишмәләр тураһында тыңлап, эсергә шишмә һыуы алып таралышты.

Миләүшә Ҡасимова,

Тусыбай ауылы мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы.



Читайте нас: