Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
31 Июль 2021, 08:05

Ғаилә менән вакцинацияға киләләр

Вакцинация  кампанияһына Ҡариҙел районы Магинск ауылы халҡы берҙәм ҡушылды.

Ғаилә менән вакцинацияға киләләр
Ғаилә менән вакцинацияға киләләр

 

Магинск ауылында 173 кеше коронавирус инфекцияһынан тулыһынса прививка яһатты. 43 кеше процедураның беренсе этабын үтте, 29 июлдә ауылға йәнә 15 доза вакцина килтерелде. Бирелә “Гам-Ковид-Вак” (Спутник – V) ҡатнаш вектор вакцинаһы ҡулланылды.

- COVID – 19-тан прививка эшләтеп, беҙ үҙебеҙҙе генә тугел, тирә-яҡтағыларҙы ла ауырыуҙан һаҡлайбыҙ. Дауам итеүсе пандемия шарттарында прививка кампанияһында әүҙем  ҡатнашыуыбыҙ социаль яуаплылығыбыҙҙың юғары дәрәжәһен күрһәтә, - тип аңлата прививка  яһаусы шәфҡәт туташы Флүрә Мөхөтдин ҡыҙы Кәримова.

Люция Карамова.

Ғаилә менән вакцинацияға киләләр
Ғаилә менән вакцинацияға киләләр
Читайте нас: