Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Июль 2021, 18:50

Изгелек бүлешкәндән арта ғына

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһына асҡындар ихлас ҡушыла.  

Изгелек бүлешкәндән арта ғына
Изгелек бүлешкәндән арта ғына

 

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан иткән «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһы дауам итә.

 

Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.

 

Был акцияға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрева ла ҡушылды. Эльза Ҡәдим ҡыҙы канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары һалынған папкалар әҙерләп, Асҡын районында «Ғаилә»үҙәгенә тапшырҙы.

 

Шәфҡәтлелек акцияһы дауам итә. Райондаштарыбыҙ артабан да әүҙем ҡушылыр тип ышанабыҙ.

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: