Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Июль 2021, 18:15

Вакцинациянан ололар ҙа ситтә ҡалмай

Балтас районында 28 июлгә ҡарата барлығы 4020 кешегә Covid-19 инфекцияһына ҡаршы прививка яһалған.

Вакцинациянан ололар ҙа ситтә ҡалмай
Вакцинациянан ололар ҙа ситтә ҡалмай

Балтас район дауаханаһында Covid-19 инфекцияһына ҡаршы прививка яһау кабинеты көн һайын, ялһыҙ эшләй. Эш көндәрендә мобиль пункт ауылдарға барып, халыҡҡа вакцинация үткәрә.
Бөгөн мобиль ФАП Иҫке Янбай, Уразай, Яңы Балтас, Түбән Һикеяҙ ауылдарында эшләне. 45 кешегә ҡурҡыныс сиргә ҡаршы прививка яһалды. Уларҙың күпселеге өлкән йәштәге райондаштарыбыҙ. 28 июлгә районда барлығы 4020 кешегә прививка яһалған.


Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Читайте нас: