

Төҙөлөштө “РемГорСтрой” йәмғиәтенең подряд ойошмаһы алып бара, ә төп заказсы – БР-ҙың Капиталь төҙөлөш идараһы. Был йәмғиәт үҙен ышаныслы йорт төҙөүсе итеп күрһәтте. Төҙөлөш эштәренән тыш, ул инженер системаларын йыһазлау, биналарҙа биҙәкләү эштәре һәм башҡалар менән шөғөлләнә. Шуға күрә объектта бер үк ваҡытта төрлө эштәр башҡарыла. Әлеге ваҡытта инвалид коляскаларында йөрөүсе граждандар өсөн инеү урыны йыһазландырыла, электр селтәре һәм вентиляция монтажлана, фасад биҙәкләнә.
Яугилде ауылы халҡы өсөн ауыл мәҙәниәт үҙәге төҙөлөүе ҙур әһәмиәткә эйә. Унда китапхана буласаҡ, төрлө түңәрәктәр һәм спорт саралары үтәсәк. Тағын да был бина барлыҡ янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә. Объектты ағымдағы йылдың дүртенсе кварталында сафҡа индерергә планлаштыралар.
Люция Карамова.