Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Июль 2021, 12:05

"Спортсыларыбыҙҙың бирешмәҫенә ышанабыҙ"

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың спорт министры Руслан Таһир улы ХӘБИБОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

"Спортсыларыбыҙҙың бирешмәҫенә ышанабыҙ"
"Спортсыларыбыҙҙың бирешмәҫенә ышанабыҙ"

Башҡортостандағы спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар. Токио ҡалаһындағы ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Рәсәйҙең йыйылма командаһында республикабыҙҙан Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин,  Алһыу Минәзева, Александр Сергеев һәм Варвара Баранова бар. Был иһә Башҡортостан исемен донъя ҡитғаларына яңғыратыу мөмкинлеген бирә. Республикабыҙға килгәндә, һуңғы йылдарҙа спорт һәм физик культура үҫешенә, ГТО нормаларын үтәүгә етди иғтибар бүленә.

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың спорт министры Руслан Таһир улы ХӘБИБОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Биш спортсы Токиола үткәрелгән йәйге Олимпиада уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Уларҙың ошо сарала сығыш яһауы күпме кимәлдә етди?

- Әйтергә кәрәк, беренсенән, барыһы ла сағыштырыуҙа таныла. Олимпиада уйындары ҡатнашыусыһы булыу үҙе үк, һис һүҙһеҙ, батырлыҡ. Әгәр элекке йәйге Олимпиада уйындарында дүрт спортсыбыҙ ҡатнашһа, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан өсөн сығыш яһаһа, быйыл Токиолағы Олимпиадала биш спортсыбыҙ үҙ көсөн һынаясаҡ. Улар – ике фехтование менән шөғөлләнгән спортсы, икәүһе – ишеү һәм берәүһе - ишеү слаломы (Алһыу Минәзева). Был – беҙҙең йәштәребеҙҙең уңышы, тип иҫәпләйбеҙ. Токиола – Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Алһыу Минәзева. Улар ярыштарға әҙерләнә. Тиҙҙән, 30 июлдә, республикабыҙҙан паралель иҫәптә ҡатнашҡан Александр Сергеев һәм Варвара Баранова Токиоға Олимпиада уйындарында ҡатнашыу өсөн барасаҡ. Республикабыҙ вәкилдәре яҡшы тип уйлайбыҙ һәм улар өсөн “көйәсәкбеҙ”.

- Алдағы исемлектә башҡа спортсылар ҙа бар инеме? Бадминтон, каратэны билдәләргә кәрк. Уларға ҡатнашыу өсөн нимә етмәне?

- Һәр спорт төрө өсөн һайлау системаһы Халыҡ-ара федерация тарафынан раҫлана. Һис һүҙһеҙ, бадминтонсыларыбыҙ өсөн ҡайғырғайныҡ. Европа кимәлендә шәп булыу, йәйге Олимпиада уйындарында ҡатнашыу кимәле тигәнде аңлатмай әле. Беҙҙең каратэ вәкилдәренә лә аҙ ғына етмәне. Бөгөн конкурентлыҡ, өҫтәүенә, пандемия, шул иҫәптән Токиолағы сикләүҙәр менән бәйле хәл ябай түгел. Шуға спортсыларбыҙҙың был сарала ҡатнашыуы лайыҡлы тип уйлайбыҙ.

- Һеҙ, моғайын, анализлағанһығыҙҙыр: ҡыҙ-егеттәребеҙҙең ҡайһыһының мөмкинлектәре күберәк?

- Федерацияның тренерҙар составы менән дә анализланыҡ, әммә фаразламаныҡ. Айырым спортсылар хаҡында әйтеп үтәйек. Тимур Сафин – 2016 йылда үткәрелгән йәйге олимпиадала команда составында чемпион тип танылғайны, шәхси беренселектә бронза миҙал яуланы. Шуға, һис һүҙһеҙ, ул – 1 августа команабыҙ составында фехтование буйынса сығыш яһаясаҡ тәжрибәле спортсы. Шулай итеп, илебеҙҙән дүрт вәкилдең береһе – республикабыҙҙан.

Аделина Заһиҙуллина иһә фехтование буйынса халыҡ-ара рейтингта етенсе урынды биләй. Һис һүҙһеҙ, ул – тотош илдә көслө спортсы. 25 июлдә шәхси турнирҙа сығыш яһаясаҡ. Еңер тип ышанабыҙ.

- Төп конкуренттарыбыҙ кем?

- Фехтованиеға килгәндә, төп конкуренттарыбыҙ – ошо спорт тыуған ер Франция, Италия, Азия, Япония илдәре спортсылары. Әйткәндәй, беҙҙең ир-егеттәр йыйылма командаһы Гон-Конгтың көслө командаһы менән осрашасаҡ.

- Параллель иҫәптә сығыш яһаясаҡ спортсыларыбыҙ бармы? Ошо хаҡта аңлатып китһәгеҙ ине. Йәнә быға ишкәкле слалом буйынса беҙҙә канал юҡлығы сәбәптер...

- Был канал Өфөләге Инорс биҫтәһендә төҙөләсәк. Киләһе йылда эш башланасаҡ, быйыл кәрәкле документтар әҙерләнде. Был ғына ла түгел, ошо канал төҙөлөшө өсөн федераль бюджеттан 250 миллион һум аҡса йәлеп иттек.

Ишкәкле слаломға килгәндә, тотош илдән ике генә вәкил – ҡыҙ һәм егет – бар. Ул ҡыҙ – беҙҙең Алһыу Минәзева, байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Бөгөн Ишеү слаломы федерацияһы менән бәйләнештәбеҙ. Алһыу күнекмәләр үткәрә. Ысынбарлыҡта был – ҙур ғорурлыҡ, алға китеш. Ул параллель иҫәптә Мәскәү өсөн сығыш яһай. Быға бөгөн беҙҙә каналдың булмауы, юғары кимәлдә әҙерлек үткәреү өсөн урын юҡлығы сәбәпсе. Ишеү, ишкәкле слалом буйынса спортсылар параллель иҫәптә сығыш яһай. Александр Сергеев (Тверь өлкәһенән) – 2012 йылдан Башҡортостан өсөн, Варвара Баранова - 2013 йылдан (Ульяновск өлкәһенән). Шул уҡ ваҡытта Варвараның тренеры байдаркаларҙа һәм каноэла ишеү олимпия резервы спорт мәктәбендә эшләй. Шуны билдәләргә кәрәк: Өфөлә Ағиҙел йылғаһында ишеү буйынса үҙәк төҙөләсәк. Ул ҡыҙҙарға һәм егеттәргә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирәсәк.

- Спорт әҙерлеге үҙәгендә Рәсәйҙең ҡайһы бер командаларының паралимпиада уйындарына әҙерлек бара.

- Эйе. Әйткәндәй, Варвара Баранованан тыш, үрҙә әйтелгән спортсыларҙың барыһы ла – ошо үҙәк тәрбиәләнеүселәре. Бөгөн беҙҙә ундайҙар 200 тирәһе.

Паралимпиада уйындарына килгәндә, 12 тирәһе спортсыбыҙ бар. Улар йөҙөү, коляскала фехтование, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә. Илдең йыйылма командаһы формалашыр һәм ошо 12 спортсыбыҙ ҙа унда эләгер тип өмөт итәм. 25 августан алып 8 сентябргә тиклем улар өсөн “көйәсәкбеҙ”.

- Көрәш буйынса беренселек хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.

- Беҙ был донъя беренселегенең ҙур ихтыяж менән файҙаланырын көтмәгәйнек. Бөгөн 54 илдән 1222 спортсы теркәлгән. Иң ҙур команда, аңлашылыуынса, Рәсәйҙән: 100 кеше. Ә теркәлеү дауам итә. Икенсе урында – Америка Ҡушма Штаттары: 70 көрәшсе беҙгә киләсәк. Ҡаҙағстандан – 46 спортсы.

Ярыштар Спорт федерацияһы ҡуйған талаптар буйынса үткәреләсәк.

Фото: републиканың Спорт министрлығы.

Автор:
Читайте нас: