Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Июль 2021, 13:37

Йыр-моңға бай байрам

Тутағас ауылы гармун моңдарына сорналды.  

Йыр-моңға бай байрам
Йыр-моңға бай байрам

Тутағас ауыл клубы алдында киске Һабантуй уҙҙы. Кисә бик күңелле үтте. Концерт номерҙары менән уйындар уойошторолдо. Балалар ололарға эйәреп, шатланышып халыҡ уйындарында ҡатнашты. Сараға бик күп халыҡ йыйылды. Байрамдың төп ҡунағыТутағас ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндө Түбән Кама ҡалаһында яшәүсе һәүәҫкәр гармунсы һәм йырсы Әлфис Камалов булды. Ауыл халҡы төнгә тиклем йырланы, бейене, күңел асты.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтас районы.

Читайте нас: