Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Июль 2021, 13:50

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын изге байрам менән ҡотланы.

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын изге байрам менән ҡотланы.

“Башҡортостан Республикаһының хөрмәтле мосолмандары!

Һеҙҙе бөтә йөрәктән изге Ҡорбан-байрам менән тәбрикләйем!

Был бөйөк байрам мосолмандар өсөн әхлаҡ нигеҙе булып тора, уларҙың иман һәм мәрхәмәтлек, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү кеүек рухи ҡиммәттәргә ынтылышын раҫлай. Диндарҙар яҡындарына һәм туғандарына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ һорап, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, доғалар ҡыла.

Республикабыҙҙың мосолман өммәтенең киң йүнәлешле эшмәкәрлеге халыҡты рухи яҡтан байытырға, йәш быуынды тәрбиәләргә, хәйриәлекте үҫтерергә булышлыҡ итә. Дини ойошмалар коронавирусҡа ҡаршы көрәштә лә яуаплылыҡ күрһәтеп, хәүефле инфекциянан зыян күргән ғаиләләргә ярҙам итә.

Башҡортостан халҡы рухи ҡиммәттәргә тоғролоғо, ололарға хөрмәт-ихтирамы, ғаилә ныҡлығын һаҡлауы, күршеләр менән дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәүгә ынтылышы менән айырыла. Республика халҡының берҙәмлеге Ватаныбыҙ хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәттә лә сағыла.

Ҡорбан-байрам барығыҙға ла күңел тыныслығы бүләк итһен, көс һәм дәрт бирһен, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәһен!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!” – тип әйтелә ҡотлау тексында.

 

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143554.html

Автор:
Читайте нас: