Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Июль 2021, 19:00

“Күренекле яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ”

Суфый Әхмәтзыя улы Шәйәхмәтов тураһында киләсәктә китап сығарырға ниәтләйҙәр.  

“Күренекле яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Күренекле яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ”

 

Бөгөн Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәнирә Мәүли ҡыҙы ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны еренә еткереп, юғары кимәлдә, бөтә күңелен, тырышлығын һалып ойоштора. Бөгөнгө сара ла бик матур, тәрән йөкмәткеле, фәһемле була.

Фәнирә Мәүли ҡыҙы Суфый Әхмәтзыя улын иҫкә алып, шундай осрашыу үткәреү идеяһы менән яҙҙан башлап янып йөрөй.

Башҡорт Википедияһына күренекле яҡташтар тураһында мәғлүмәт йыя башлағас, Суфый Әхмәтзыя улының туғандары – ҡыҙы, һеңлеләре, тормош иптәше, уның тәрбиәләнеүселәре һәм тренеры менән бик күп аралашырға тура килде. Һөҙөмтәлә, бик бай, ауылдаштар, яҡташтар өсөн фәһемле мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы факттар табылды. Хатта туғандары өсөн дә асыштар булды: быға тиклем Суфый Әхмәтзыя улы тураһында белмәгән ҡайһы бер факттар ҙа асылды. Уйлана торғас, үҙебеҙҙең ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәкимйән улы, мәктәп директоры Лилиә Аснаф ҡыҙы һәм туғандары менән кәңәшләшеп, Ҡарткиҫәк мәктәбендә шундай осрашыу үткәрергә тигән ҡарар ҡабул иттек. Мин йыйған материалдарымды тәртипкә һалып, Суфый Әхмәтзыя улының туғандары ярҙамында бик күп фотолар эшләтеп, музейға Суфый Шәйәхмәтовтың тормош һәм хеҙмәт йылдарын сағылдырған айырым стенд яһаным һәм 100 битлек альбом төҙөнөм. Миңә һәр ваҡыттағыса Нәфүзә Тәлғәт ҡыҙы ярҙам итте. Уға рәхмәт. Осрашыуға ҡайтҡан туғандары уның кубогын һәм Рәхмәт хаттарын да ҡалдырҙы. Бына шулай мәктәп музейында хәҙер чемпиондар тәрбиәләүсе күренекле тренерыбыҙға арналған бик матур мөйөш – бай материалдар бар. Был киләсәк быуын өсөн дә бик яҡшы ҡомартҡы булыр”, - тип осрашыуға әҙерлек тураһында һөйләне Фәнирә Мәүли ҡыҙы.

 

Әйткәндәй, Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина киләсәктә күренекле яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, туғандары ярҙамы менән китап сығарырға ла ниәтләй. Изге эштә уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

 

 

Читайте нас: