Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Июль 2021, 12:29

Ҡарағат япрағының файҙаһын күрегеҙ

Был төнәтмә организмдан бәүел һәм ҡуҙғалаҡ кислоталарын сығара, был үҙ сиратында ҡайһы бер сирҙәрҙе дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.

Ҡарағат япрағының файҙаһын күрегеҙ
Ҡарағат япрағының файҙаһын күрегеҙ

Ҡарағат япрағынан яһалған төнәтмә, уны белеп ҡулланғанда, организмдан бәүел һәм ҡуҙғалаҡ кислоталарын сығара, был үҙ сиратында подагра һәм ревматизмды дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.

Бөйөрө сирлеләргә кәңәш: өс ҡалаҡ ваҡланған ҡара ҡарағат япрағына ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут тотҡас, һөҙөргә. Утта ҡайнау хәленә еткән төнәтмәгә ике ҡалаҡ ҡарағат емешен һалырға ла һыуытырға ҡуйырға. Ошоно көнө буйы яртышар стаканлап эсергә, емештәрен дә ашарға. Һәр көн яңыһын әҙерләргә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - бер ай. Бөйөрҙәргә генә түгел, тотош организмға ыңғай йоғонтоһо һиҙеләсәк.

Невралгия ауырыуҙарына ҡаршы дауалау алымы: дүрт ҡалаҡ кипкән ҡарағат япрағын 1,5 лимондың ваҡланған ҡабығы, өс ҡалаҡ кипкән мелисса үләне менән ҡатыштырып бутарға ла өҫтөнә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, алты сәғәт төнәтергә. Уны һөҙөп, ашарҙан ярты сәғәт алдан 100 мл эсергә.

Ревматизм, подаграны дауалауҙа ошолай эшләнгән төнәтмә файҙалы: 10-12 бөртөк ҡарағат япрағына ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп һыуытабыҙ. Көнөнә 4-6 тапҡыр яртышар стаканлап эсергә.

Фото:medic-farma.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Ҡарағат япрағының файҙаһын күрегеҙ
Ҡарағат япрағының файҙаһын күрегеҙ
Автор:
Читайте нас: