Зәһиә Мәғәрүф ҡыҙы 35 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышланы. «Эшкә күнеккән йөрәге тынғы бирмәй», - тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары ла. Шәхси тормошонда ул бик уңған хужабикә, ире Флүр Шәрифйән улы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Матур йортта, мул тормошта йәшәйҙәр. Еләк-емеш, сәскәләр үҫтерергә яратҡан апайыбыҙ йәш ҡыҙҙар кеүек етеҙ, күңеле һәр саҡ күтәренке.
Байрам кисәләрендә сәхнә түрендә үҙенең шиғырҙарын һөйләп ҡыуандыра, кәрәк саҡта бейеп тә, йырлап та ебәрә. Оҙаҡ йылдар, «Ҡартаймаҫ йөрәктәр» фольклор ансамблендә үҙенең сағыу сығыштары менән тамашасы күңелен яулаған артистарҙың береһе ул.
Ҡәҙерле Зәһиә Мәғәрүф ҡыҙы, Һеҙҙе ысын күңелдән халыҡ-ара Ололар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ, үҙегеҙҙең тормошто яратыуығыҙ һәм яҡты күңелегеҙ менән яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы киләсәктә лә оҙаҡ йылдар ҡыуандырып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Люция Карамова.