Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
9 Сентябрь 2021, 16:05

Ә һеҙҙә бәрәңге уңдымы?

“Быйыл ҡоролоҡ булһа ла бәрәңге  бик уңды”, — ти  Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе 87 йәшлек  уңған, өлгөр, әүҙем ағинәй Резеда  Ғәбделәхәт ҡыҙы Әхәтова.

Ә һеҙҙә бәрәңге  уңдымы?
Ә һеҙҙә бәрәңге уңдымы?

 

Бар ғүмерен мәғарифҡә арнап,  күптән инде хаҡлы ялда булһа ла, бер генә минут та тик ултырырға яратмаған оло хөрмәткә лайыҡ Резеда Ғәбделәхәт ҡыҙы Әхәтова   гөрләтеп донъя көтә.  Уңған ағинәйҙең бөтә ерендә бөхтәлек, тәртип, баҡсаһында ниндәй генә емеш ағасы үҫмәй! Йәшелсә-емештәренән дә мул уңыш алған быйыл. Буш ваҡыттарында ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй, ырғаҡ менән дә бәйләргә бик оҫта.   Ауылда үткән мәҙәни сараларҙа ла  әүҙем ҡатнаша, үҙе яҙған мәғәнәле шиғырҙары менән дә уйланырға мәжбүр итә ул.

 “ Резеда апайға күҙ теймәһен!  Үҙенең бәрәңгеһен әллә ҡасан алып ҡуйҙы.   Бер көн беҙгә лә ярҙам итешәм, тип килде. Бына шулай, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип, йүгереп йөрөп эшләй ул.  Алдағы көндәрендә лә Хоҙай сәләмәтлектән ташламаһын үҙен.  Беҙҙең яратҡан ағинәйебеҙ ул!” – тип маҡтаны Резеда Ғәбделәхәт ҡыҙын Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәдүнә Ғаян ҡыҙы.

Наилә Имаева.       

 

Читайте нас: