Кисә кис йәшен арҡаһында Башҡортостанда ике янғын сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе фажиғәле тамамлана.
Тәүге янғын Миәкә районының Күл-Ҡуңҡас ауылында булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йәшен һарайға һуға. Һөҙөмтәлә, янғын башлана һәм 58 йәшлек ҡатын һыйырын ҡотҡарырға маташып һарайға йүгереп инә. Ул һыйырын ҡыуып сығып килгәндә, ут ялмап алған ҡыйыҡ уларҙың өҫтөнә ҡолап төшә. Ҡатын менән һыйыр урында йән бирә.
Ошондай уҡ хәл шул уҡ райондың Исламғол ауылы биләмәһендәге һарайҙа теркәлгән. Әммә бында ҡорбандар булмай.
Фото: МЧС.