Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
19 Апрель , 12:00

“Аҡ үлем”дән йыраҡ тороғоҙ!

Мишкә агросәнәғәт колледжы педагог-психологы Светлана Апсадыҡова наркоманияны киҫәтеү буйынса студенттар менән класс сәғәте үткәрҙе.

“Аҡ үлем”дән йыраҡ тороғоҙ!
“Аҡ үлем”дән йыраҡ тороғоҙ!


Психик актив матдәләрҙең организмға зарарлы тәьҫире тураһында барыһы ла белһә лә, был проблема көнүҙәклеген юғалтмай, йәштәр әленән-әле “аҡ үлем” тоҙағына эләгеүен дауам итә.
Сарала наркотиктарҙы ҡулланыу сәбәптәре, уға бәйле булыу, сәләмәтлек менән проблемалар тыуыу, даими аҡса эҙләү һөҙөмтәһендә килеп тыуған финанс ауырлыҡтар, иң һуңғы этапта психика менән организмдың тулыһынса боҙолоуы һәм башҡалар тураһында һүҙ барҙы. Статистика буйынса 100 ауырыуҙың өсөһө генә терелә, ҡалғандары үлә.
Шулай уҡ тәмәке һәм алкоголь да наркотик матдәләргә инә. Уларҙың насар тәьҫире шунда уҡ һиҙелмәһә лә, әкрен генә сәләмәт күҙәнәктәр тарҡала, онкологик ауырыуҙарға килтерә.
Уҡытыусы йәштәргә наркотик матдәләр ҡулланған, етештергән, һаҡлаған өсөн яуаплылыҡ, штраф, административ арест һәм иректән мәхрүм итеү тураһында тәфсирләп һөйләне.
Сара аҙағында уҡыусылар “Наркотиктар. Манипуляция серҙәре” документаль фильмын ҡараны.
Наркотиктарҙың үлем генә алып килеүе һәр кемгә мәғлүм. Тормошта күпме ҡыҙыҡлы, мәғәнәле нәмәләр бар. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашығыҙ, изгелек ҡылығыҙ, күпме кеше ярҙамға мохтаж. Үҙегеҙҙең көслө яҡтарҙы аса торған шөғөл табығыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙҙы үҫтерегеҙ. Ғүмерегеҙҙе һаҡлағыҙ, ул һеҙҙең бер генә! — тине сара аҙағында Светлана Владимировна.


Виктория Ишмырҙина.

Автор: Зимфира Нартдинова
Читайте нас: