Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
26 Март , 14:47

Балаларҙы хәүефле аҙым эшләүҙән нисек һаҡларға?

Енәйәтселәр экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә кешеләрҙе тап социаль селтәрҙәр аша йәлеп итә... Түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ!

Балаларҙы хәүефле аҙым эшләүҙән нисек һаҡларға?
Балаларҙы хәүефле аҙым эшләүҙән нисек һаҡларға?

Провокаторҙар социаль селтәрҙәрҙә йәки мессенджерҙарҙа Рәсәй кешеләрен террористик эшмәкәрлек һәм башҡа етди енәйәттәр башҡарырға күндерергә тырышыуҙары мөмкин. Бигерәк тә үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында тиҙ ышанып барыусан кешеләр күп.

Йәш граждандарҙы экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп иткәндә енәйәтселәр социаль селтәрҙәргә һәм мессенджерҙарға таянып эш итә. Уларҙың төп аудиторияһы – йәштәр.

Социаль селтәрҙәр провокаторҙарға потенциаль ҡорбандар тураһында мәғлүмәтте иркен йыйырға һәм шәхси биттәрҙе анализларға мөмкинлек бирә. Улар әүҙемлек күрһәткәндәрҙе, билдәле бер сәйәси, дини йәки башҡа йүнәлештәргә ҡарағандарҙы, аныҡ шәхес позициялары булмағандарҙы һайлай.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы коллегалары менән бергә балаларығыҙҙы ошо хәүефтән һаҡларға ярҙам итерлек бер нисә тәҡдим әҙерләгән.

Ата-әсәләр иғтибарына:

  • Интернет селтәрендәге булған хәүеф тураһында балаларға һәм үҫмерҙәргә алдан хәбәр итергә;
  • Балағыҙҙы шикле тәҡдимдәргә һәм смс-хәбәрҙәргә яуап бирмәҫкә өйрәтергә;
  • Балағыҙҙың кем менән аралашыуын ипләп кенә тикшерергә йәки һорарға;
  • Балағыҙҙың үҙен нисек тотоуына һәм яңы ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибар итегеҙ;
  • Әгәр бала Интернеттағы “челлендж”дарҙы ысын тормошта ла үтәһә, ошо ситуацияны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Улар һаулыҡ өсөн хәүефле ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алыуы мөмкин;
  • Балағыҙҙың дуҫтары, класташтары һәм уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеш тотоғоҙ.

Үҫмерҙәр иғтибарына:

  • һәр төрлө шикле тәҡдимдәр һәм яңы таныштарығыҙ тураһында ата-әсәләрегеҙгә йәки уҡытыусыларға хәбәр итегеҙ;
  • хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ (102 һандары буйынса).

Фото: IrinaVolk_MVD

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина

Башҡортостан

Балаларҙы хәүефле аҙым эшләүҙән нисек һаҡларға?
Балаларҙы хәүефле аҙым эшләүҙән нисек һаҡларға?
Балаларҙы хәүефле аҙым эшләүҙән нисек һаҡларға?
Автор:
Читайте нас: