Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
19 Ғинуар , 11:35

Мишкәлә ҡот осҡос фажиғә

Әсә бәпес менән сығып өлгөрә, ике бәләкәй ҡыҙ тороп ҡала...     

Мишкәлә ҡот осҡос фажиғә
Мишкәлә ҡот осҡос фажиғә

Бөгөн төндә Мишкә районының Лепешкино ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлә. Төнгө икеләр тирәһендә Үҙәк урамында урынлашҡан шәхси йортта янғын сыға.

Янғын башланған саҡта өйҙә өс бәләкәй балаһы менән әсәй кеше була. Тауыштан уянып киткән ҡатын ете айлыҡ бәпесен ала ла, тышҡа йүгереп сыға. Был саҡта өйҙө ныҡлап төтөн баҫып ала һәм ул яна башлаған була. Әсә кеше ҡалған балаларын алыр өсөн өйөнә кире инә алмай. Ә унда өс һәм дүрт йәшлек тағы ике бала ҡалған була.

Урынға шунда уҡ ирекле янғын командаһы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килә. Был саҡта ағас йорт тулыһынса ут менән ялманған була.

Ҡотҡарыусылар күп тә үтмәй утты еңеп сығыуға өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул саҡта ике ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһе лә табыла...

Янғын эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 24 кеше һәм ун берәмек техника ҡатнаша. Фажиғә урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов, Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, эксперттар һәм тәүтикшереүселәр йүнәлә. Ҡатын менән МЧС-тың психологтары эшләй.

Әлеге ваҡытта был ҡурҡыныс янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Мишкәлә ҡот осҡос фажиғә
Мишкәлә ҡот осҡос фажиғә
Автор:
Читайте нас: