Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
15 Август 2023, 09:25

Башҡортостанда – карантин

Сикләү саралары һуңғы сирле ҡошто яндырғандан һуң 21 көн үткәс ғәмәлдән сығарыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында карантин индереү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был үхаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Мәғлүм булыуынса, Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында юғары патогенлы  ҡош киҙеүе сығанағы теркәлгән. Хәүефле зонала - Авдон, Жуков, Сергеевка һәм Уптин ауылдары, ««Гарнизонный», «Дубрава», «Отдых», «Солнечный-3», «Рябинушка» һәм «Эталон» баҡсасылыҡ ширҡәттәре. 10 саҡрым радиустағы тораҡ пункттар күҙәтеү зонаһы булараҡ билдәләнгән.

Карантин осоронда сирле ҡоштарҙы дауалау, хеҙмәткәрҙәрҙән һәм ветеринария хеҙмәте белгестәренән тыш, сит кешеләргә фабрикаға инеү тыйыла. Шулай уҡ биләмәнән ҡоштарҙы, йомортҡаларҙы, ҡош аҙығын һәм инвентарен сығарыу һәм индереү, үлгән тауыҡтарҙың йөнөн алыу, инкубаторға йомортҡалар һалыу, йорт ҡоштарын урамға сығарыу, йәрминкәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу, ҡоштарға һунар итеү тыйыла.

«Сикләү саралары, ҡырағай ҡоштарҙан тыш, һуңғы сирле ҡошто яндырғандан һуң 21 көн үткәс ғәмәлдән сығарыласаҡ», - тиелә указда.

Быға тиклем ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡоштарҙың ҡош киҙеүе билдәләре менән сирләүе, күпләп ҡырылыуы хаҡында хәбәр ителгәйне.  Вирус лаборатор тикшереүҙән һуң раҫланды. Ҡоштарҙы яндырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында сирләүселәр теркәлмәне.

Автор:Юлай Мурзабаев
https://ejansura.ru/news/ynlk/2023-08-14/bash-ortostanda-karantin-3388159?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107891741
Автор:
Читайте нас: